Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
7 Декабрь 2022, 07:10

Рухы тере Урал батырҙың

Асҡында үткән бәйгелә  “Урал батыр” эпосы инглиз, ғәрәп, француз телдәрендә лә ғорур яңғыраны.

Рухы тере Урал батырҙыңРухы тере Урал батырҙың
Рухы тере Урал батырҙың

Меңдәрсә йыл элек ижад ителгән, бөгөн  рус, төрөк, инглиз, француз, венгр, ҡытай һәм башҡа телдәргә тәржемә ителгән, халҡыбыҙҙың рухи асылы булған “Урал батыр” эпосын төрлө телдәрҙә яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр ҙә бик рухлы, матур, сағыу итеп сығыш яһаны Асҡын 2-се урта мәктәбендә уҙған бәйгелә.

«Урал батыр» эпосынан өҙөктө донъя телдәрендә барлығы алты уҡыусы һөйләне. Араларында хатта бер нисә телдә ятлап, барыһын да һоҡландырған  тырыш, сәмле, телһөйәр уҡыусылар ҙа булды.

 Мәҫәлән, Асҡын 1-се мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Ғәйшә Ғәйҙуллина “Урал батыр” эпосынан өҙөктө инглиз, француз, ғәрәп телдәрендә яттан  һөйләп,  1-се урын яуланы һәм еңеүсе булды.

Ошо уҡ мәктәптән 3-сө класс  уҡыусыһы «Bright»  телдәр өйрәнеү студияһында шөғөлләнеүсе   Искәндәр  Лотфуллин да үҙенең  телһөйәрлеге, зирәклеге, ҡыйыулығы менән һоҡландырҙы.  Әле башланғыс класта ғына уҡыуына ҡарамаҫтан,  рухлы малай Искәндәр эпостан өҙөктө француз һәм инглиз телдәрендә ҙур оҫталыҡ менән һөйләп, 1-се урын яуланы һәм  еңеүсе булды. 

Ошо уҡ мәктәптең 7-се класс уҡыусыһы Диана Имаметдинова эпостан өҙөктө инглизсә ятлап, бик матур һөйләне һәм 2-се урын яуланы.

Асҡын 1-се мәктәбенең 7-се А класы уҡыусыһы Мәрйәм  Лотфуллина  инглизсә һөйләп, үҙ йәш төркөмөндә 1-се урын яуланы.

Был һәләтле уҡыусыларҙы бәйгегә үҙ эшенең оҫтаһы булған, үҙ эше өсөн янып торған уҡытыусы Альмира Ирек ҡыҙы Хәбибуллина әҙерләне.  Талантлы уҡытыусыны һәм уның  телһөйәр уҡыусыларын ҙур уңыштары менән ҡотлайбыҙ.

 Сураш мәктәбе уҡыусыһы Рияна Сарайшина (етәксеһе Нурия Садыкова) һәм Ҡашҡа мәктәбе уҡыусыһы Элина Сәмиғуллина (етәксеһе   Гөлнара Сәмиғуллина)  үҙ йәш төркөмдәрендә призер булды.Афариндар!

 “Урал батыр” бәйгеһе    уҡыусыларҙың сағыу концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Рухлы бейеүҙәр, йырҙар сараға йән өрҙө. Ә  Асҡын 2-се мәктәбенең 3-сө А класы уҡыусыһы  Яҙгөл Абрарова (етәксеһе Лиана Ҡәҙим ҡыҙы Вәлинурова)  иһә Мостай Кәримдең шиғырын инглизсә һөйләп, барыһын да һоҡландырҙы. Афарин, Яҙгөл! Афариндар!

 Шундай ҙур сара үткәреп, ҡатнашыусыларҙы ҡаршы алған Асҡын  2-се мәктәбе коллективына ла, уҡыусыларҙы бәйгегә әҙерләгән уҡытыусыларға ла,  ата-әсәләргә лә, сәмләнеп бәйгелә ҡатнашҡан йәш сәсәндәргә лә һәм , иң мөһиме, сараны әҙерләп ойоштороусы  район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Мөнзилә Солтан ҡыҙы Әхмәтоваға ла ҙур рәхмәт  еткерәбеҙ.  Һәр кем саранан рухлынап, ойоштороусыларға рәхмәт белдереп, бай тәьҫораттар алып таралышты.

 Наилә Имаева.

 

Рухы тере Урал батырҙың
Рухы тере Урал батырҙың
Рухы тере Урал батырҙың
Рухы тере Урал батырҙың
Рухы тере Урал батырҙың
Рухы тере Урал батырҙың
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас