

Бөгөн Ҡариҙел ауылында Бөрө-Таҙтүбә-Һатҡы автомобилдәр юлында йылға аша боҙ кисеүе асылды. “ТеплоКомСнаб” ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре йылға боҙ менән ҡапланғас та кисеү урынын һыу менән ҡойондороп торҙо. Әлеге һалҡын көндәр боҙҙоң ҡалынлығын үҫтереүгә сәбәпсе лә булды. Һөҙөмтәлә, 2 тонна ауырлыҡты үткәрерҙәй ике яҡлы юл барлыҡҡа килде. Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре хәбәр итеүенсә, боҙҙоң ҡалынлығы 25 см. Шуға ла әлегә был урындан һис ҡыйынлыҡһыҙ еңел машиналарҙа уҙып була. Ваҡиға бигерәк тә Абыҙ ауылы халҡы өсөн көтөп алынғандарҙан булды.
Гөлнара Солтанова.