

Бөгөн, 6 декабрҙә, Ҡариҙел ауылына Рәсәйҙең атказанған хәрби осоусыһы, осоусы-снайпер, полковник, Рәсәй Геройы Әлимов Владимир Ришад улы ҡайтты. Нәҡ бөгөн райондың легендар улына 65 йәш тулды. Ҡариҙел ауылында ошо айҡанлы киң юбилей саралары уҙҙы.
Район мәҙәниәт һарайында уҙған төп сарала иһә Ҡариҙелдең хөрмәтле ҡунағы, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте башлығы урынбаҫары Искәндәр Әхмәтвәлиев тантаналы рәүештә Владимир Әлимовҡа Генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.
Рәсәй Геройы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.
Гөлнара Солтанова.