

Ошо көндәрҙә Асҡында сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле балалар һәм үҫмерҙәр араһында «Өмөт фәрештәләре – 2022» фестивале уҙҙы.
Әлеге фестиваль Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнбайыш райондары араһында ойошторолдо.
Һайлап алыу турынан һуң Бөрө, Асҡын, Ҡариҙел, Балтас, Илеш, Тәтешле һәм Дүртөйлө райондарынан көслө ҡатнашыусыларға Гала-концертта сығыш яһау бәхете тейҙе.
Балтас районы данын Балалар сәнғәт мәктәбенең вокал бүлеге уҡыусыһы Николай Дарин лайыҡлы яҡланы. “Вокал” номинацияһында ул 2-се дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды.
Николайҙы һәм уның уҡытыусыһы Рәзидә Әхмәтованы ысын күңелдән лайыҡлы еңеүе менән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә ижади уңыштар теләйбеҙ!
Фирғәт Нәбиуллин.