Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
1 Декабрь 2022, 22:10

Мобилизацияланған һалдат ғаиләһенә депутаттан бүләк!

Тулыраҡ: 

Мобилизацияланған һалдат  ғаиләһенә депутаттан бүләк!
Мобилизацияланған һалдат ғаиләһенә депутаттан бүләк!


Ҡариҙел районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Зилә Камил ҡыҙы Нәжметдинова район Советы депутаты булараҡ та замандаштарына билдәле. Ул матбуғатҡа яҙылыу буйынса "Изгелек ағасы" хәйриә  акцияһында һәр ваҡыт әүҙем ҡатнашып килә. Был юлы ла ситтә ҡалманы. 

Зилә Камил ҡыҙы киләһе йылдың тәүге ярты йыллығына “Йәнтөйәк” гәзитенә яҙылып, квитанцияһын үҙ округындағы мобилизацияланғанһалдат ғаиләһенең береһенә тапшырҙы. Зилә Камил ҡыҙына ҡылған игелегенә рәхмәттәр белдерәбеҙ!

Гөлнара Солтанова.

Читайте нас: