Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
1 Декабрь 2022, 22:15

Айыҡ тормош - бәрәкәтле тормош

Республикабыҙҙа “Айыҡ ауыл-2022” конкурсының муниципаль этабы бара.

Айыҡ тормош - бәрәкәтле тормош
Айыҡ тормош - бәрәкәтле тормош

 Ҡариҙел районынан был мөһим сарала быйыл 9 ауыл ҡатнашыу теләген белдергән. Яңы Муллаҡай, Тайҡаш, Абдулла, Иҫке Бағаҙы, Кирҙә, Һабанҡул, Артакүл, Ҡортлокүл, Озерки ауылдары халҡы әлеге ваҡытта ошо конкурс сиктәрендә матур саралар үткәрә башланы.
Конкурстың маҡсаттары киң. Һаулыҡты һаҡлау, эскелекте иҫкәртеү, сәләмәт тормош алып барыуға йүнәлтелгәндәре иң мөһимдәре һанала. Иҫке Бағаҙы ауылы фельдшеры Хәсән Хәтмуллин ауылдаштары менән осрашыуҙа алкоголизмдың афәте, уның һөҙөмтәһендә бәлә-ҡазаларға, һәләкәттәргә юлығыу, организмға көслө негатив тәьҫире хаҡында һөйләне, әңгәмәлә ҡатнашыусыларҙы “юҡ” тип әйтә белергә саҡырҙы.
Абдулла ауылы старостаһы Нурғәле Тажетдинов та Абдулла ауыл клубында уҙғарылған түңәрәк өҫтәл артында үҫеп килгән быуынды сәләмәт тормош алып барыуға ылыҡтырыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бының өсөн спорт һәм физкультура менән шөғөлләнеүгә, тәмәке тартыу, эскелек кеүек йәмһеҙ ғәҙәттәрҙән ҡотолоу юлдарын табырға әйҙәне. Быны иҫәпкә алып, ауыл клубы мөдире Миләүшә Мусина балалар менән “Спорт ҡышы” сараһы менән ҡыштың тәүге көнөн билдәләп үтте.
Муниципаль этапта ҡайһы ауыл еңеп сығыр, ваҡыт күрһәтер.

Гөлнара Солтанова.

Айыҡ тормош - бәрәкәтле тормош
Айыҡ тормош - бәрәкәтле тормош
Айыҡ тормош - бәрәкәтле тормош
Айыҡ тормош - бәрәкәтле тормош
Айыҡ тормош - бәрәкәтле тормош
Айыҡ тормош - бәрәкәтле тормош
Читайте нас: