Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
30 Ноябрь 2022, 10:30

Мең рәхмәт һеҙгә, Әсәйҙәр!

“Айыҡ ауыл-2022” конкурсында ҡатнашыусы Ҡышлауйылға ауылында  Әсә көнөнә бағышланған йөкмәткеле сара уҙҙы.  

Мең рәхмәт һеҙгә, Әсәйҙәр!
Мең рәхмәт һеҙгә, Әсәйҙәр!

 

 “Өлөшләтә мобилизация сиктәрендә Ватан һағына  баҫҡан һалдаттар һәм уларҙың ғаиләләренә, әсәләренә  түҙемлек, изге теләктәр  юллап, рухи ярҙам йөҙөнән   ауыл халҡы, бигерәк тә төрлө йәштәге әсәйҙәр,  ауыл мәсетенә йыйылып,  һалдаттарыбыҙ иҫән-имен  әйләнеп ҡайтһын, илебеҙҙә тыныслыҡ булһын өсөн бергәләп  доға ҡылды.

Артабан   әсәйҙәр өсөн байрам концерты  күрһәтелде һәм сәй табыны әҙерләнде. Саҡырылған ҡунаҡтар араһында һалдат әсәләре лә бар ине.

Әсәйҙәрҙе байрам менән Ҡышлауйылға ауыл биләмәһе башлығы Илфат Хәлфәт улы Ғатин, “Ихлас” мәсете  имам-хатибы  Илшат хәҙрәт, ауылдың хөрмәтле старостаһы Рәфис  Вәис улы Сафин ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.

 Илфат Хәлфәт улы  мобилизацияланған һалдат  әсәләренә иҫтәлеккә бүләктәр тапшырҙы.

Байрам бик йылы мөхиттә үтте, сәй табыны артында ла үҙ-ара һөйләшеп, йырҙар йырлап ултырҙылар. Бигерәк тә үҙешсән сәнғәт оҫталарының ( йәштәр ҙә, балалар ҙа, ололар ҙа берҙәм сығыш яһаны) концерты барыһының күңеленә лә хуш килде”,  - тип хәбәр итте Ҡышлауйылға мәктәбе директоры урынбаҫары Наилә Хәлфәт ҡыҙы Ғлимшина.

 Наилә Имаева.

 

Мең рәхмәт һеҙгә, Әсәйҙәр!
Мең рәхмәт һеҙгә, Әсәйҙәр!
Мең рәхмәт һеҙгә, Әсәйҙәр!
Мең рәхмәт һеҙгә, Әсәйҙәр!
Мең рәхмәт һеҙгә, Әсәйҙәр!
Мең рәхмәт һеҙгә, Әсәйҙәр!
Мең рәхмәт һеҙгә, Әсәйҙәр!
Читайте нас: