Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
27 Ноябрь 2022, 08:45

Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы – Әсә булыуҙа!

Тулыраҡ:

Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә  матурлығы – Әсә булыуҙа!
Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы – Әсә булыуҙа!

Ҡариҙел район Мәҙәниәт һарайында уҙған Әсәйҙәр байрамына бағышланған сарала, күптәнге йола буйынса, төбәгебеҙҙең иң өлгөлө, лайыҡлы әсәйҙәренә район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары тапшырылды.

Быйыл был исемлектә Гөлүсә Мәғдән ҡыҙы Дәүләтгәрәева ла бар ине.
Нәһертдиндә йәшәүсе Гөлүсә Мәғдән ҡыҙы Дәүләтгәрәева ауыл клубында методист булып эшләй. Уның бай хеҙмәт юлы ауылдаштарының күҙ алдынан үтә: башта китапханасы булып эшләһә, унан инде клуб асҡысын уға ышанып тапшыралар. Әммә ул бер ҙә “асып-ябыусы” кеше түгел. Һәр ваҡыт бар күңеле менән эшен башҡарып үтәй, ауылдаштарының мәҙәни тормошон йәнләндереүгә көсөн йәлләмәй. Төрлө саралар ойоштороп ҡына ҡалмай, уны матур итеп социаль селтәрҙәрҙә яҡтырта бара.

Концерттарға тыуған ауылының таланттарын йәлеп итергә тырыша, үҙе лә матур сығыштары менән йәше-ҡартының күңеленә юл тапҡан. Ғөмүмән, Дәүләтгәрәевтар – ижади ғаилә. Ғаилә башлығы районда оҫта баянсы булараҡ билдәле, улдары Рәмил, Раил да мәҙәниәткә ғашиҡтар, гитарала уйнап-йырлайҙар. Ҡыҙҙары Гөлназ да ата-әсәһенең уң ҡанаты, бәләкәйҙән үк тиерлек сәхнәлә. Матур бейеүҙәре менән һәр ваҡыт тамашасыларҙы ҡыуандырып тора. Республика кимәлендә үткән һылыуҡайҙарҙың “Татар ҡыҙы” исемле матурлыҡ конкурсында ҡатнашып, финалға сыҡты һәм юғары һөҙөмтәләргә иреште.
Гөлүсә тормош юлдашы Әлфир менән икеһе лә күп балалы ғаиләлә үҫкәндәр. Шуға ла Дәүләтгәрәевтар ата-әсәләренән күреп үҫкән берҙәмлекте, уңғанлыҡты, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡты, кешелеклекте, яҡшылыҡты һәм башҡа тик ыңғай сифаттарҙы ғына алып, ғаилә бәхете кәсәһен сайпылтмай матур тормош кисерәләр. Йорттағы һәр эште бергә башҡарырға күнеккән улар. Аҡыллы кәңәштәре менән балаларына ла матур тәрбиә бирҙеләр. Хәҙер ейән-ейәнсәрҙәре лә үҙҙәренә тик ихласлыҡ менән атлығып тора.

Был ғаиләнең һәр береһе изге күңелле, кем генә ниндәй генә үтенес менән мөрәжәғәт итмәһен, улар бер ваҡытта ла йомоштарын кире ҡаҡмай, ҡулдарынан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Шуға ла Дәүләтгәрәевтар ауылда ихтирамлы, абруйлы ғаиләләрҙән һанала. Уларҙың уңғанлығы ихаталағы гөл-сәскәләрҙә, емеш-еләктәрҙә, баҡсаларҙа, аҙбар тулы мал-тыуарҙа, баллы умарталарҙа ярылып ята.

Гөлүсә Мәғдән ҡыҙы тағы ла ауыл Советы йөкләткән күп кенә бурыстарҙы һис һүҙһеҙ үтәп сығырға тырыша. Етмәһә, клуб ихатаһын да төҙөк, таҙа итеп тоторға кәрәк.
Ҡатын-ҡыҙ булараҡ, Гөлүсә ханымдың ҡулынан килмәгән эше юҡ. Тәмле аштарын, мейестә бешкән икмәк-бәрәмәстәре, бәлештәре телеңде йоторлоҡ була. Һәр төрлө ҡайнатмалар, салат-компоттар тураһында һөйләп тороу ҙа урынһыҙ. Нәнәй-әсәһенән халыҡ медицинаһын да өйрәнеп ҡалып, төрлө дарыу үләндәренән, бал ниғмәттәренән төнәтмәләр ҙә яһай белә ул.
Ҡатын-ҡыҙҙың матурлығы – әсә булыуҙа, тиҙәр. Эйе, Гөлүсә Мәғдән ҡыҙы улдары һәм ҡыҙы менән, кейәү-килендәре менән ғорурлана ала. Әсә күңеле тәрән диңгеҙҙәй, барын күргән, кисергән. Йоҡоһоҙ төндәре лә күп булғандыр, балаларының уҡыуҙа өлгәштәре өсөн дә борсолоп торғандыр... Аллаға шөкөр, ғүмер һуҡмаҡтары уларҙың дипломдарын бергә алып ҡыуанышҡан, гөрләтеп туйҙарын уҙғарған миҙгелдәрҙе лә татытты. Әле тигеҙ тормошоноң юлдашы менән бергәләп балаларының балаларын һөйөү – шул бәхет түгелме?

Ваҡыт тигәнең Гөлүсә ханымды ла тыңғыһыҙлыҡҡа алып килде, күп әсәләр менән бер рәттән ул да оло улын илебеҙҙе һаҡларға  оҙатты. Көнөн-төнөн уҡыған доғалары, әйҙә, сабыйын ҡурсалап торһон, имен-һау ҡайтып инеүен теләйек. Лайыҡлы Әсәне тик шатлыҡлы хәбәрҙәр генә көтөп торһон!

Гөлнара Солтанова.

Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә  матурлығы – Әсә булыуҙа!
Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә  матурлығы – Әсә булыуҙа!
Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы – Әсә булыуҙа!
Читайте нас: