

Һуңғы ваҡытта социаль селтәрҙәрҙән теге йәки был төбәктән игелекле кешеләрҙең мобилизацияланған,махсус хәрби операция барған урындарҙағы яугирҙарыбыҙға транспорт илтеп биреү осраҡтары йышайҙы.
Байҡыбаш һылыуы Альбина һәм Бөрө районының Калинники ауылы сибәре Илгиз Карамовтар студент саҡтарында танышып, матур итеп ғаилә ҡороп ебәрәләр. Йәштәр Ҡариҙел ауылында әкиәттәй йорт һалып инде. Ҡыҙ һәм ул үҫтереп, киләсәккә матур уй-хыялдар менән янған Карамовтар ғаиләһен дә өлөшләтә мобилизация тулҡыны урап үтмәне. Хәҙер ғаилә башлығы Илгиз Ҡариҙел егеттәре менән бергә хәрби әҙерлек урынында.
Яугирҙар ундағы шарттарға ла яраҡлашты, хатта күмәкләшеп мунса әтмәләп алдылар. Тик ниндәйҙер йомоштары килеп сыҡҡан һайын, иң элек уларҙың транспорт мәсьәләһе ҡалҡа. Илгиз тыуған йортондағы УАЗ машинаһын хәтеренә төшөрә, “буханка” бында булһа, еңелерәк булыр ине, тип уйлай ул. Тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға яратҡан егет был хаҡта атаһы менән кәңәшләшеп ҡарай. Нәфис ағай улының ниәтен кире ҡаҡмай, киреһенсә, тиҙ арала транспорттың торошон тикшереп, алыҫ сәфәргә әҙерләй башлай. Ҡариҙелдә Альбина ла тик ятмай, ире менән хеҙмәт иткәндәрҙең яҡындарына тиҙ арала хәрби әҙерлек үткән ергә бара торған машина менән “өй йылыһын” ебәреп булыу мөмкинлеге хаҡында хәбәр еткерә
Үҙе эшләгән урынға яугирҙарҙың ҡатындарының күстәнәстәренән тыш, райондың мәрхәмәтле кешеләре туплаған гуманитар ярҙамды ла алып киләләр. Урман төпкөлөндә урынлашҡан Кедесе ауылында йәшәүсе Әлфирә Мөбәрәк ҡыҙы егеттәргә тип әҙерләгән 20 литр балды ла итеп ауыл Советы рәйесе Айҙар Ғәйфулла улы Ғиндуллин бик ваҡытлы ғына килтереп өлгөртә. Шулай итеп, оло йөрәкле Нәфис ағай башта еңел машинаһында Ҡариҙелдән килене ойоштороп, әҙерләнеп алынған ылауҙы тейәп алды. Бөгөн иртә менән был ылау “буханкаға” күсеп ятты һәм бер аҙҙан ул оло сәфәргә юлланды. Нәфис ағайға уңышлы юл, бәлә-ҡазаһыҙ ғына барып етеүен теләп ҡалабыҙ.
Мәрхәмәтлектең юҡтыр сиктәре, тигән хаҡ һүҙҙәр кем тарафынан әйтелгәндер, әммә Карамовтар ғаиләһе һәм ҡариҙелдәр миҫалында иһә тап шулай.
Гөлнара Солтанова.