Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
26 Ноябрь 2022, 09:35

Иң ҙур бәхет бит ул Әсәй булыу!

Тулыраҡ: 

Иң ҙур бәхет бит ул Әсәй булыу!
Иң ҙур бәхет бит ул Әсәй булыу!

Балтас район Мәҙәниәт һарайында Әсәйҙәр көнөнә арналған байрам концерты үтте.
Байрам башланғансы Мәҙәниәт һарайы фойеһында төрлө оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.
Сараның тантаналы өлөшөндә гүзәл заттарҙы байрам менән район хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев ҡотланы.  Үҙ сығышында ныҡлы һаулыҡ, тыныс һәм аяҙ күк йөҙө, бәхет һәм именлек теләне.

Артабан тантаналы сара сиктәрендә Ғәлимова Миләүшә Хәтиф ҡыҙы “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде.

50 йыл бергә ғүмер иткән үрнәкле ғаиләләр Иҫке Балтас ауылынан Фәнил Нәби улы менән Фидалиә Мәүли ҡыҙы Ғарифуллиндар, Иҫке Илекәй ауылыннан Рәфис Рәшит улы һәм Фридә Хәби ҡыҙы Садыковтар, Көнтүгеш ауылынан Рәшит Динислам улы менән Зөбәржәт Сәйетгәрәй ҡыҙы Минисламовтар тәбрикләнде. Шулай уҡ шәхси эшҡыуарҙар  Латыпова Рита, Карамова Ралия, Сәхипова Лианаға район хакимиәте башлығының Рәхмәт хаттарытапшырылды.
Концертта әсәйҙәрҙе данлаған йырҙар яңғырауы, дәртле бейеүҙәр башҡарылыуы ла тантанаға килеүселәргә матур байрам бүләге булды.

Гөлназ Ғәлләмова.

Иң ҙур бәхет бит ул Әсәй булыу!
Иң ҙур бәхет бит ул Әсәй булыу!
Иң ҙур бәхет бит ул Әсәй булыу!
Читайте нас: