Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
21 Ноябрь 2022, 14:40

“Улдарыбыҙ беҙҙән уҙҙырҙы...”

Тулыраҡ: 

“Улдарыбыҙ беҙҙән уҙҙырҙы...”
“Улдарыбыҙ беҙҙән уҙҙырҙы...”

“Изгелек ит тә, һыуға һал – балыҡ белер, балыҡ белмәһә – халыҡ белер”. Халыҡ аҡылының  тапҡырлығына, тәрәнлегенә нисек һоҡланмайһың?! Асҡын районының Ҡарткиҫәк ауылында йәшәгән һәр кемгә яҡшы таныш, тормош һөйөүсән умартасылар династияһы – Мулләхмәтовтарҙың да тормош девизы аныҡ: “Изгелек ҡылыу тынлыҡ ярата”. Оло ғаилә йыл әйләнәһенә егәрле бал ҡорттары кеүек тынғылыҡ белмәй, дөйөм эшкә ярҙам кәрәккәндә, уларҙың һис икеләнмәй өлөш индерәсәген яҡташтары яҡшы белә.

Йорт хужабикәһе Әлфиә Мулләхмәтова менән Асҡын  районында “Бәләкәй Ватаным – Атайсал” форумы уңайынан ойошторолған йәрминкәлә таныштыҡ. Төрлө ҙурлыҡтағы һауыттарға һалынған татлы ризыҡтың хаҡы ла “тешләшмәй”, һатып алыусыларҙың әйтеүенсә, балдың сифатына һүҙ тейҙерерлек түгел. Ғөмүмән, Асҡын районы биләмәһендә егәрлеләргә умартасылыҡты үҫтереү өсөн бөтә уңайлыҡтар бар, хозур тәбиғәт, йәйен шау сәскәгә күмелгән яландар, тынлыҡ.

– Беҙ – өс ғаилә – бер ауылда айырым йорттарҙа донъя көтәбеҙ, әммә аҡса янсығы барыбыҙға берәү генә, – тип шаярта хужабикә. – 400-гә яҡын умарта тотабыҙ, быйыл уңыш та юғарыраҡ булды.

Мулләхмәтовтарҙың оло ғаиләһе йәрминкәләрҙә, күргәҙмәләрҙә ҡатнашырға ла өлгөрә, республика һәм ил кимәлендә район данын яҡлай. Умартасылар династияһы хәйриәлек менән шөғөлләнеүҙе үҙҙәренең тормош асылы тип иҫәпләй. Яңыраҡ улар Донбассҡа  бал ебәргән. Бынан алда Ҡазан ҡалаһында хәрби әҙерлек үткән егеттәргә лә татлы ризыҡ оҙатылған. Ә ауыл мәктәбе ашханаһында Мулләхмәтовтарҙың күстәнәсе уҡыусылар өҫтәлендә һәр саҡ бар.

“Бынан бер нисә йыл элек Әлфиә һәм Фәнүз Мулләхмәтовтар, улдары Илдар менән Азат үҙәк урамға яҡтылыҡ индерҙе, мәсетте ремонтланы, тәүге осорҙа электр энергияһы өсөн сығымдарҙы түләне”, - ти яҡташтары. Ағалы-ҡустылы Муллахмәтовтар мәктәптә уҡ атыу секцияһын ойоштороп, мәргәнлек серҙәренә өйрәтә, йәш уҡсыларҙы ҙур теләк менән ярыштарға йөрөтә. Ғөмүмән, егеттәр районда һәм республикала үткән мәҙәни-спорт сараларын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. Дини байрамдарҙа ла йыш ҡына бағыусы булып сығыш яһайҙар.

Шуныһын да әйтеп үтәйек, Илдар менән Азат мәҙрәсә тамамлаған, Ҡазанда Ислам институтында уҡыған, икеһе лә хәләл ефеттәре менән намаҙға баҫҡан. Әсәләре әйтеүенсә, улдары үҙҙәренә ҡарағанда ла иртәрәк дин юлын үҙ иткән.

Ғаилә ағзалары араһында хеҙмәт бүленеше лә бар, мәҫәлән, Илдар бал һурҙырыуға яуаплы булһа, Азат – “нәҙекәйбилдәр"ҙең табибы, уларҙы нисек дауалау, ҡышҡы осорҙо нисек үткәреү серҙәрен белә.

Көҙ еткәс, Мулләхмәтовтар бергәләшеп бал һурҙыра. Әсәләре Әлфиәне барыһы ла  “менеджер” тип йөрөтә, сөнки ғаилә предприятиеһының бөтә продукцияһы уның оҫталығы менән һатыла.

– Хәҙистәрҙә һәм аяттарҙа яҡын кешеңә ярҙам итеү кәрәклеге тураһында асыҡ әйтелә. Әгәр күршеһе ас булғанда, мосолман тыныс ҡына йоҡларға ятһа – был гонаһ. Донбасста беҙҙең ут күршеләр, дуҫтар йәшәй. Күпме кәрәк, шунса бал ебәрәсәкбеҙ, – ти улдар. – Атай-әсәйебеҙ бөгөн дә беҙгә “изгелек ҡылһағыҙ, унан файҙа көтмәгеҙ, яҡшылыҡ эшләү менән онотоғоҙ”, тип өйрәтә.

Бына шундай һәр йәһәттән өлгө булырлыҡ, кешеләр яҙмышына битараф булмаған, киң күңелле умартасылар ғаиләһе менән осрашыу бәхете тейҙе “Атайсал” байрамында.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Автор: Динә Арсланова

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-11-20/uldaryby-be-n-u-yr-y-3037762?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500

“Улдарыбыҙ беҙҙән уҙҙырҙы...”
“Улдарыбыҙ беҙҙән уҙҙырҙы...”
Автор:
Читайте нас: