Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
21 Ноябрь 2022, 14:25

Ҡотлайбыҙ!

Әминә Шафиҡоваға, Ситуация үҙәге хеҙмәткәрҙәренә - юғары баһа

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһе Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолдо. Кәңәшмә күңелле ваҡиға менән башланды. Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Рәсәй Президенты указы менән “Мәҙәниәттә һәм сәнғәттә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” миҙалы менән бүләкләнде. Миҙал 2021 йылдың авгусында булдырылды.

– Был награда – Башҡортостандың 15 мең мәҙәниәт хеҙмәткәренең ҡаҙаныштарын таныу ул. Радий Фәрит улы, һеҙҙең һәм Хөкүмәттәге коллегалар ярҙамынан тыш күп кенә уңыштарыбыҙ тормошҡа ашмаҫ ине, – тип билдәләне Әминә Шафиҡова.

Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ситуация үҙәгенең ике хеҙмәткәре – Алла Смертина менән Булат Йәнбулатовты республиканың Почет грамоталары менән бүләкләне.

– Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге 2020 йылдың 16 ноябрендә ойошторолдо һәм шул көндән алып ике йыл уҙҙы. Ул беҙгә ошо ябай булмаған осорҙа халҡыбыҙ менән аралашырға ярҙам итте. Унда йәш һәм эшлекле команда йыйылды. Коллегаларыбыҙға ошо сифатлы эш өсөн рәхмәт белдерәбеҙ, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

 Фото: скриншот. 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас: