Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
20 Ноябрь 2022, 21:55

Солтанбәктәр "Алтын тирмә"нән еңеү менән ҡайтты!

Тулыраҡ:

Солтанбәктәр "Алтын тирмә"нән еңеү менән ҡайтты!
Солтанбәктәр "Алтын тирмә"нән еңеү менән ҡайтты!

Бөгөн солтанбәктәр “Алтын тирмә” телевизион тапшырыуында ҡатнашып, еңеү яулап ҡайтты. «Айыҡ ауыл» республика конкурсы кураторы  Сәлиә Мырҙабаева, Солтанбәк ауыл биләмәһе башлығы Фәнил Шәрәфетдинов, урындағы мәктәп директоры, «Атайҙар мәктәбе»н етәкләүсе Данис Суфиянов, урында «Ағинәйҙәр ҡоро»н етәкләүсе әүҙем йәмәғәтсе, блогер Ләйсән Суфиянованан торған Солтанбәк командаһы Стәрлетамаҡ районының Күсәрбай һәм Контюковка ауылдары вәкилдәренән торған команда менән осрашты.

Был ике команда ла «Айыҡ ауыл» конкурсының республика этабы еңеүселәре.

«Алтын тирмә» тапшырыуы «Ауыл хужалығы» темаһына арналып, уйынсыларға ныҡ ҡына уйланырға мәжбүр иткән һорауҙар бирелһә лә, ике яҡ команда ла һынатманы, яуаптар төплө булды.

Командалар  уйын барышында «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә башҡарған эштәре, уңыш серҙәре хаҡында әңгәмә ҡорҙо.

Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы ла айыҡ тормошто пропагандалауҙа ауылдарҙағы һөҙөмтәле алымдарҙы атаны, фәһемле кәңәштәрен еткерҙе. Бөтә бәләләрҙең башында торған эскелекте тамырынан ҡоротоуҙа бигерәк тә динебеҙҙең ҙур йоғонтоһон билдәләне.

 

Тапшырыу ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс булды. Ә шулай ҙа Солтанбәк ауылы командаһы сосораҡ һәм етеҙерәк булып сыҡты. Улар Стәрлетамаҡ районы командаһын еңеүгә өлгәште.

«Алтын тирмә» тапшырыуының мөләйем, ихлас, һәр кемгә иғтибарлы һәм ихтирамлы, үҙ эшенең оҫтаһы булған татыу командаһына яңынан-яңы уңыштар, шәп идеялар теләйбеҙ!

Наилә Имаева.

 

Солтанбәктәр "Алтын тирмә"нән еңеү менән ҡайтты!
Солтанбәктәр "Алтын тирмә"нән еңеү менән ҡайтты!
Солтанбәктәр "Алтын тирмә"нән еңеү менән ҡайтты!
Читайте нас: