Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
19 Ноябрь 2022, 12:25

"Кесе ватаным - Атайсал" форумынан рухланып ҡайттыҡ

Тулыраҡ:

"Кесе ватаным - Атайсал" форумынан рухланып ҡайттыҡ
"Кесе ватаным - Атайсал" форумынан рухланып ҡайттыҡ

Асҡын районында   «Кесе ватаным — Атайсал» муниципаль форумдар циклына старт бирелде.

Урындағы халыҡтан тыш, унда Балтас, Балаҡатай, Борай, Дыуан, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Мәсетле, Мишкә, Салауат, Тәтешле райондары вәкилдәре ҡатнашты.
“Атайсал” проекты беҙҙең Балтас районында ла бик әүҙем һәм йәнле тормошҡа ашырыла, үҙ маҡсатына өлгәшә. Билдәле шәхестәрҙең, эшҡыуарҙарҙың тыуып үҫкән төбәгенә ярҙам итеүҙе күҙ уңында тотҡан программа күп изге эштәр башҡарырға мөмкинлек бирә. Был башланғыс сиктәрендә берәүҙәр тыуған яғының социаль учреждениеларын төҙөкләндерергә, йыһазландырырға ярҙам итте, икенселәр мәсеттәр, спорт объекттары төҙөттө, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә ҡуйылған обелисктарҙы яңыртты, арт-объекттар урынлаштырҙы, төрлө матур саралар үткәрҙе, өсөнсөләр аҡсалата ярҙам күрһәтте. Уларҙың был ғәмәле – маҡтауға лайыҡлы эш.
Форумда йәштәр өсөн түңәрәк өҫтәлдәр, секция, «Тамыр» телестудияһынан оҫталыҡ дәресе, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм эшҡыуарҙар өсөн страт-сессия эшләне.

Шулай уҡ форум секцияларының береһендә «Айыҡ ауыл» республика конкурсы тураһында һөйләнеләр. Унда Асҡын, Тәтешле һәм Мәсетле районы вәкилдәре был сарала тупланған тәжрибәләрен уртаҡлашты, артабанғы эшмәкәрлеккә бәйле фекер алышты

 Асҡында үткән форумда Балтас район хакимиәте башлығы Илгиз  Әхүәс улы Субушев етәкселегендә делегация ҡатнашты. Беҙ төрлө майҙансыҡтарҙа ҡатнашып, бик күп мәғлүмәт, бай тәьҫораттар алып, рухланып ҡайттыҡ.

 Гөлназ Ғәлләмова.

Читайте нас: