Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
17 Ноябрь 2022, 20:05

Хеҙмәт батырҙарын тәбрикләнеләр

Тулыраҡ: 

Хеҙмәт батырҙарын тәбрикләнеләр
Хеҙмәт батырҙарын тәбрикләнеләр

Балтас район Мәҙәниәт һарайында ҙур тантана – Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған ҙур сара үтте.
Байрам башланыр алдынан мәҙәниәт һарайы фойеһында ҡуйылған бай күргәҙмә менән танышып сыҡты килгән ҡунаҡтар.
Сараның тантаналы өлөшөн район хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев асты.
Бер төркөм хеҙмәт алдынғылары район хакимиәтенең маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Улар араһында машина менән һауыу операторҙары ла, тракторсылар ҙа, водителдәр ҙә, механизаторҙар ҙа булды. Һөнәрҙәренә тоғро булыуҙары, ауыр эштән ҡурҡмай тырышып хеҙмәт итеүҙәре менән һоҡландыра.

Район Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре байрам хөрмәтенә бик матур концерт та әҙерләгәйне. Тантанаға килеүселәрҙең күңеленә уларҙың сығышы рух өҫтәмәй ҡалмағандыр.

Гөлназ Ғәлләмова.

Хеҙмәт батырҙарын тәбрикләнеләр
Хеҙмәт батырҙарын тәбрикләнеләр
Хеҙмәт батырҙарын тәбрикләнеләр
Хеҙмәт батырҙарын тәбрикләнеләр
Читайте нас: