Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
13 Ноябрь 2022, 22:45

Тыуған яҡ тарихы ҡәҙерләп һаҡланыла

Тулыраҡ: 

Тыуған яҡ тарихы ҡәҙерләп һаҡланыла
Тыуған яҡ тарихы ҡәҙерләп һаҡланыла

Солтанбәктә үткән "Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух" байрамы сиктәрендә ҡунаҡтар мәктәптең яңыртылған тыуған яҡты өйрәнеү музейы эшмәкәрлеге менән дә танышты. Музей етәксеһе Фәйрүзә Фаһаманова унда тупланған бай материал, башҡорт халҡының тормош-көнкүрешенә арналған экспозициялар, күренекле яҡташтарға, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға һәм махсус хәрби операцияға мобилизацияланғандарға, Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатовҡа арналған стендтар менән таныштырҙы. Уҡыусыларҙың шундай ғорурлыҡ менән “Шайморатов генерал” йырын башлап ебәреүен ҡунаҡтар ҙа, көтөп кенә торғандай, шунда уҡ рухланып күтәреп алды.

Илһөйәрлек менән һуғарылған  мөхиттә осрашыу мәғлүмәтле һәм фәһемле булды.

Наилә Имаева.

 

Тыуған яҡ тарихы ҡәҙерләп һаҡланыла
Тыуған яҡ тарихы ҡәҙерләп һаҡланыла
Тыуған яҡ тарихы ҡәҙерләп һаҡланыла
Тыуған яҡ тарихы ҡәҙерләп һаҡланыла
Тыуған яҡ тарихы ҡәҙерләп һаҡланыла
Тыуған яҡ тарихы ҡәҙерләп һаҡланыла
Читайте нас: