Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
13 Ноябрь 2022, 18:10

“Үҫеш нөктәһе” балаларҙы яңы үрҙәргә әйҙәй

Тулыраҡ:

“Үҫеш нөктәһе” балаларҙы  яңы үрҙәргә әйҙәй
“Үҫеш нөктәһе” балаларҙы яңы үрҙәргә әйҙәй

«Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух» байрамында ҡатнашыусы мәртәбәле ҡунаҡар Солтанбәктә «Үҫеш нөктәһе» буйынса алынған уҡыу ҡорамалдарын файҙаланыу буйынса оҫталыҡ дәрестәрен ҡараны.

Бирелә “Мәғариф” милли проектының “Заман мәктәбе” федераль проекты сиктәрендә “Үҫеш нөктәһе” буйынса эш башлау өсөн физика, химия, биология кабинеттарына уҡыу ҡорамалдары комплекттары алынған. Сара барышында тәжрибәле уҡытыусылар Рәмзиә Маусул ҡыҙы Хикмәтова, Зилә Мәүлимйән ҡыҙы Исламова, Розалия Марат ҡыҙы Факкарова  заманса матди-техник база менән нисек эшләгәндәрен уҡыусылары ярҙамында күрһәтте һәм аңлатты.

Зилә Мәүлимйән ҡыҙы етәкселегендә уҡыусылар «Алкоголдең кеше организмына зыяны» тигән опыт эшләп күрһәтте. Ҡунаҡтар ҡыҙыҡһынып ҡарап, уҡыусыларҙың оҫталығына, бирелгән тема буйынса шартлап һөйләп тороуҙарына һоҡланыуҙарын белдерҙе.

Физика кабинетында ла Рәмзиә Маусул ҡыҙы етәкселегендә «йәш ғалимдар» үҙҙәре һайлаған приборҙар менән бик оҫта эш итте.

 - «Үҫеш нөктәһе» кабинеттарындағы уҡыу ҡорамалдары ярҙамында балалар ғилми донъяны яҡшыраҡ өйрәнә, үҙ күҙҙәре менән төрлө процестарҙы күрә ала һәм төрлө опыттар яһай. Был фәнгә ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра, – тип һөйләне мәктәп директорының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары Розалия Марат ҡыҙы.

Наилә Имаева.

Читайте нас: