Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
12 Ноябрь 2022, 20:40

Кескәйҙәргә шәп бүләк!

Тулыраҡ:

Кескәйҙәргә шәп бүләк!
Кескәйҙәргә шәп бүләк!

Бөгөн Солтанбәк ауылында уҙған “Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух” тигән спорт байрамы сиктәрендә Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса алынған балалар майҙансығы асылды. Балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Наилә Ибатулла ҡыҙы үҙ сығышында ошо майҙансыҡ алыуға үҙ өлөшөн индергән  һәр кемгә ҙур рәхмәт белдерҙе.

Район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы ла солтанбәктәрҙең әүҙемлеген, берҙәмлеген билдәләне.

Солтанбәк ауылы балаларҙың шат тауышынан яңғырап торҙо.

Баш ҡалабыҙҙан һәм районыбыҙҙан килгән мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа сарала сығыш яһаны.

Билдәле шағирә Лариса Абдуллинаның сығышы һәр ваҡыттағыса рухлы , фәһемле булып, күңелдәргә үтеп инде.

Балаңа
Башҡортса көйлә балаңа —
Бишектән һеңә моңдар.
Сабый саҡтан ишеткәнен
Ул ғүмер буйы тыңлар.
Башҡортса өндәш балаңа —
Хәйерле көндәр телә.
Әсәй башҡортса һөйләшһә,
Бала башҡортса белә.
Атай башҡортса һөйләшһә,
Бала аңлай үҙ халҡын.
Бикләп ҡуйма мең йоҙаҡҡа
Ата - бабалар хаҡын.
Әкиәт һөйлә балаңа —
Унда батырҙар еңә.
Яҡшылыҡ маяҡ булыуы
Ул сабый саҡтан һеңә.
Шәжәрә төҙө балаңа —
Ниндәй ҡеүәтле тамыр!
Бер ҡәүемдең вариҫтары
Бер- берен һәр саҡ таныр.
Башҡортса ярат балаңды —
Һөйөп ал арҡаһынан.
Бала наҙҙы һәр саҡ көтә
Әсәһе, атаһынан.
Башҡайынан да һыйпап ал,
Ул яратыуҙы тойһон.
Мөхәббәтле был донъяла
Йәненә һөйөү тулһын!
Лариса Абдуллина.

 

 

Наилә Имаева.

Кескәйҙәргә шәп бүләк!
Кескәйҙәргә шәп бүләк!
Кескәйҙәргә шәп бүләк!
Кескәйҙәргә шәп бүләк!
Кескәйҙәргә шәп бүләк!
Кескәйҙәргә шәп бүләк!
Кескәйҙәргә шәп бүләк!
Кескәйҙәргә шәп бүләк!
Кескәйҙәргә шәп бүләк!
Читайте нас: