

Форумда Башҡортостан райондарынан мәктәп уҡыусылары - Бөтә Рәсәй олимпиадалары һәм конкурстары еңеүселәре һәм призерҙары, шулай уҡ уларҙың уҡытыусылары - остаздары ҡатнашты.
Балтас районынан форумда "Истоки" берләшмәһенең Балалар ижады үҙәге уҡыусыһы Мәхмүтова Нейлә һәм уның етәксеһе өҫтәмә белем биреү педагогы Ханова Ирина Рәфис ҡыҙы ҡатнашты.
Форумдың бурысы - урта һәм өлкән класс уҡыусылары араһында олимпиада хәрәкәтен популярлаштырыу, олимпиада еңеүселәре һәм призерҙары статусының абруйын күтәреү. Форум барышында һәләтле балаларҙы олимпиада һәм конкурстарҙа күрһәткән ҡаҙаныштары өсөн бүләкләү тантанаһы үтте. Шулай уҡ улар өсөн бик күп оҫталыҡ дәрестәре, интеллектуаль ярыштар һәм ҙур экскурсия программаһы ойошторолдо.
Гөлназ Ғәлләмова.