

Борай ауылында Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә бағышланған район-ара волейбол турниры үтте. Унда Асҡын, Борай, Бөрө райондарынан дүрт команда көс һынашты. Уйындар көсөргәнешле бара. Һөҙөмтәлә Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Динис Ғәлләмов етәкселегендәге Асҡын командаһы беренсе урынды яуланы.Командала уйнаусы Рөстәм Ибраһимов, Ринат Закиров, Әнүәр Рәхмәтуллин, Денис Әхкәмов, Денис Йыһаншин берҙәмлек һәм етеҙлек,оҫталыҡ күрһәтте.
Икенсе урында - Борай, өсөнсөлә Бөрө командаһы.
Асҡын спортсыларын лайыҡлы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ! Артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Наилә Имаева.