Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Афарин!
5 Ноября 2022, 05:05

Иҫке Ҡаҙансылар үҙ инициативаһын белдерҙе

Тулыраҡ:

Иҫке Ҡаҙансылар үҙ инициативаһын белдерҙеИҫке Ҡаҙансылар үҙ инициативаһын белдерҙе
Иҫке Ҡаҙансылар үҙ инициативаһын белдерҙе

«Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы» республикала уңышлы ғәмәлгә ашырылып килә. Районыбыҙ ҙа был проектта әүҙем ҡатнашып, күп кенә эштәр башҡарыуға, байтаҡ техника һатып алыуға өлгәште. Әлеге ваҡытта бөтә ауыл биләмәләрендә лә “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында киләһе йыл да ҡатнашыу-ҡатнашмау мәсьәләһен хәл итеү буйынса йыйылыштар бара. Иҫке Ҡаҙансы ауылында ла үтте ундай йыйылыш.

«Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы»нда Иҫке Ҡаҙансы ауыл биләмәһе халҡы әүҙем ҡатнаша. Программа сиктәрендә 2016 йылда Әлйәгеш ауылы урамдарын ремонтлай, 2017 йылда Иҫке Ҡаҙансы күп функциялы ауыл мәҙәниәт клубы территорияһын төҙөкләндерә, 2018 йылда Иҫке Ҡаҙансы ауылында ике зыярат кәртәһен яңырта, 2020 йылда  - Яңы Ҡара ауылында урамдарҙы,  быйыл иһә улар ошо программа сиктәрендә Иҫке Ҡаҙансы ауылында Баҫыу урамын ремонтлай.

Киләһе йылда ла ҡаҙансылар ошо программала ҡатнашырға теләк белдерҙе. Ауылы халҡы ҡатнашлығында уҙған йыйылышта Фрунзе һәм Октябрь урамдарын ремонтларға тигән инициатива менән сыҡты. Был юлы ла халыҡ берҙәм булып, һайлаған проектты тормошҡа ашырыр өсөн бар тырышлығын һалыр, тигән ышаныста ҡалабыҙ, - тине әүҙем йәмәғәтсе, ауыл китапханасыһы Гөлфинә Исламова.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыуға конкурс нигеҙендә республика бюджетынан аҡсалата ярҙам бүлеүҙе күҙаллай. Иң мөһиме, унда халыҡ әүҙем ҡатнашырға һәм ул һайлаған проект биләмәлә өҫтөнлөклө проблеманы хәл итергә йүнәлтелгән булырға тейеш.

Наилә Имаева.

Иҫке Ҡаҙансылар үҙ инициативаһын белдерҙе
Иҫке Ҡаҙансылар үҙ инициативаһын белдерҙе
Иҫке Ҡаҙансылар үҙ инициативаһын белдерҙе
Иҫке Ҡаҙансылар үҙ инициативаһын белдерҙе
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас