Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
4 Ноябрь 2022, 07:20

Кемдер — һатып, кемдер – алып ҡыуанды

Тулыраҡ: 

Кемдер — һатып, кемдер – алып ҡыуандыКемдер — һатып, кемдер – алып ҡыуанды
Кемдер — һатып, кемдер – алып ҡыуанды

Бөгөн, 4 ноябрҙә, Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан Асҡын ауылының Ленин майҙанында ауыл хужалығы йәрминкәһе үтте.

Йәрминкәлә районыбыҙ йүнселдәре, шулай уҡ Ҡариҙел районы һәм Нефтекама ҡалаһынан шәхси эшҡыуарҙар үҙҙәре етештергән продукцияны Асҡын районы халҡына тәҡдим итте.

Сауҙа рәттәрендә башлыса ит һатыусылар ине. Шулай ҙа...

Мәҫәлән, Иҫке Ҡаҙансы ауылынан шәхси хужалыҡ тотоусы уңған, йүнсел ғаилә - Мәмдүнә һәм Зөлфәҡәр Ғәфүрйәновтар башлыса һөт ризыҡтары – һөт, ҡаймаҡ, эремсек һәм балан тәҡдим итһә, Ҡубияҙҙан шәхси эшҡыуар, уңған, өлгөр Нуртдиновтар ғаиләһе төрлөһөнән үҙҙәре етештергән ит тәҡдим итте: тауыҡ, ҡаҙ,өйрәк, һыйыр ите...

Ҡарткиҫәк ауылынан егәрле, эшһөйәр, шәхси хужалыҡ тотоусы Зинфира һәм Әдис Мөхәмәтйәновтар һөт ризыҡтары ла, төрлөһөнән ит тә тәҡдим итте. Әйткәндәй, Әдис ағай бындай йәрминкәләрҙә һәр ваҡыт ҡатнашып, район халҡына һәр саҡ сифатлы продукция тәҡдим итә. Уларҙың үҙ һатып алыусылары ла барлыҡҡа килгән.

Баҙансат ауылынан Мәлик Гәрәев иһә һарыҡ итен 420-450 һум менән тәҡдим итте.

 Ҡарткиҫәктән Мулләхмәтовтар  ғаиләһе төрлөһөнән бал һәм умартасылыҡ продукцияһын тәҡдим итте.

Районыбыҙҙан тыш, Ҡариҙел районы һәм Нефтекама ҡалаһынан да йүнселдәр үҙ продукцияһын һатыуға сығарҙы.

Бөгөнгө йәрминкәлә Һатып алыусылар тауар етештереүселәр менән туранан-тура күрешеп, һөйләшеп, тауар сифатын билдәләй алды, сауҙалашып, уны түбәнерәк хаҡҡа һатып алыу мөмкинлегенә эйә булды.

Шулай итеп...

Кемдер – һатып, кемдер һатып алып ҡыуанды.

Наилә Имаева.

Кемдер — һатып, кемдер – алып ҡыуанды
Кемдер — һатып, кемдер – алып ҡыуанды
Кемдер — һатып, кемдер – алып ҡыуанды
Кемдер — һатып, кемдер – алып ҡыуанды
Кемдер — һатып, кемдер – алып ҡыуанды
Кемдер — һатып, кемдер – алып ҡыуанды
Кемдер — һатып, кемдер – алып ҡыуанды
Кемдер — һатып, кемдер – алып ҡыуанды
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас