Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
4 Ноябрь 2022, 09:35

Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән!

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә байрам менән ҡотланы.

Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән!Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән!
Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән!

 

"Рус донъяһы иҫ киткес киң һәм күркәм. Уның офоҡтарының сиге күренмәй. Был донъяла халыҡ вәкиле Минин һәм кенәз Пожарский иңгә-иң терәп Тыуған илен һаҡлаған. Унда диалекттар бик күп, әммә берәү икенсеһен һәр саҡ аңлай.

Был йортто йөҙ йыллыҡтар дауамында төҙөгәндәр. Сәнғәт, һүҙ, иман, фән менән биҙәгәндәр. Ғаиләне – ә ул беҙҙә ишле – яратырға өйрәткәндәр. Һәр халыҡтың үҙ йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре барлыҡҡа килгән. Ошо йортта беҙ ҡунаҡтарға һәр саҡ шат булғанбыҙ. Көс-ҡеүәтте күберәк туплаған һәм ишәйгән һайын, уның матурлығынан башҡалар көнләшә башлаған.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Рус донъяһын һаҡлап ҡалыу өсөн данлы батырҙарыбыҙ башын һалған.  Беҙ дошманды ҡыйраттыҡ, әммә бының өсөн беҙгә һалҡын һуғыш менән янай башланылар. 80 йыл үткәс Рус донъяһының ысын феномен икәнлеген онотоп, уны йәнә юҡҡа сығарырға маташтылар. Беҙ илдән ситтә 150 миллиондан ашыу. Күп төрлөлөгөбөҙ беҙҙе көслөрәк итә. Рәсәй Федерацияһы Президентының күптән түгел әйткән һүҙҙәре иҫкә төштө: “Мин лак, мин дағстан, мин чечен, ингуш, татар, йәһүд, мордва, осетин...», - Рус донъяһы тап ошо.

Йортобоҙҙо кем генә яндырырға маташмаһын – үҙе янып юҡҡа сыҡты.

Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән!” – тип яҙған Андрей Назаров.

 

Фото: joinfo.com

Сығанаҡ: vk.com/wall555400080_1840

Автор:Лилия Давлетбакова
Автор:
Читайте нас