Солтанбәк мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Лилиә Суфиянова уҡытыусыһы Фәйрүзә Мәхийән ҡыҙы Фаһаманова етәкселегендә Бөтә Рәсәй мәктәп музейҙары конкурсының республика этабында ҡатнашып, “Экскурсоводтар” номинацияһында “Халҡым көнкүреше” тигән ижади эше менән 3-сө урын яуланы.
Лилиә ошо конкурс сиктәрендә Солтанбәк мәктәбе музейы эшмәкәрлеге тураһында бай материал йыйып, уны видеоға төшөрөп, аңлатма яҙып ебәрә.
Жюри ағзалары Лилиә Суфиянованың эшен юғары баһалап, 3-сө урынға лайыҡ тип таба.
Уҡыуҙа ла, йәмәғәт эштәрендә лә һынатмаған ижади күңелле, рухлы, илһөйәр уҡыусы Лилиә Суфиянованы һәм уның етәксеһе Фәйрүзә Мәхийән ҡыҙы Фаһаманованы лайыҡлы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!. Афарин!
Наилә Имаева.