

Бөгөн – Халыҡтар берҙәмлеге көнө – төрлө милләттәр берләшеүе, бер үк тарих, бер үк ер, бер үк Ватан кешеләре булыуыбыҙҙы тойоу һәм ғорурланыу, үҙ-ара аңлашыусанлыҡ, шәфҡәтлелек, миһырбанлыҡ кеүек төшөнсәләрҙе бойомға ашырыу өсөн тағы ла бер сәбәп ул.
Был байрам тәрән тарихи традицияларыбыҙҙы, Ватаныбыҙҙың ҡеүәтләнеүе, сәскә атыуы, дәүләтебеҙҙең нығыныуы хаҡына илебеҙ халыҡтарының берләшеүен асыҡ сағылдыра.
Балтас районы Мәҙәниәт һарайы майҙаны алдында Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған һәүәҫкәр артистар тарафынан әҙерләнгән байрам концерты үтте.
Сәхнәнән Тыуған яҡ, Ватан темаһына арналған йөкмәткеле патриотик йырҙар
яңғыраны.
Гөлназ Ғәлләмова.