Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
3 Ноябрь 2022, 13:15

Үҙебеҙҙеке тәмле лә, сифатлы ла!

Тулыраҡ:

Үҙебеҙҙеке тәмле лә, сифатлы ла!Үҙебеҙҙеке тәмле лә, сифатлы ла!
Үҙебеҙҙеке тәмле лә, сифатлы ла!

Бөгөн Асҡын район Мәҙәниәт йортонда Халыҡтар берҙәмлеге көнө һәм Ауыл хужалығы һәм етештереү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә бағышланған тантаналы сара үтте. Уның сиктәрендә районыбыҙ йүнселдәре үҙҙәре етештергән продукцияны күргәҙмәлә тәҡдим итте.

Ғилемшиндарҙың “Төлгөҙ” ауыл хужалығы кооперативы, Ҡарткиҫәктән умартасылар династияһын лайыҡлы дауам итеүсе Мулләхмәтовтар, икмәк-булка изделиелары бешереүсе шәхси эшҡыуарҙар Р. Әхмәтов һәм А. Зубов үҙҙәре етештергән продукция менән таныштырҙы.

"Күргәҙмәгә үҙебеҙҙең умартасылыҡтан төрлө бал алып килдек: сәскә, йүкә, ҡарабойҙай, кәрәҙле. Быйыл нәҙекәйбилдәребеҙ беҙҙе ҡыуандырҙы. Үҙ сиратыбыҙҙа, беҙ район халҡын, уның ҡунаҡтарын сифатлы бал менән шатландырырға теләйбеҙ", — ти Әлфиә апай Мулләхмәтова.

Һөт һәм икмәк-булка ризыҡтары ла төрлөһөнән күп ине. Теләгәндәр һатып алып та ҡыуанды. Асҡын тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы әҙерләгән бай күргәҙмәлек районыбыҙ тураһында бай мәғлүмәт еткерҙе.

Байрам тантанаһы башланыр алдынан күргәҙмә менән район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы  Йосопов һәм БР Ауыл хужалығы министрлығының үҫемлекселек һәм мал аҙығы етештереү  бүлеге начальнигы урынбаҫары Рәшит Рәйес улы  Әхмәтшин да танышты.

Асҡын Биләмә-ара үҙәк китапханаһы коллективы әҙерләгән Халыҡтар берҙәмле көнөнә  арналған стенд һәм фотозона ла байрам сараһына йәм өҫтәп торҙо.

Наилә Имаева.

Үҙебеҙҙеке тәмле лә, сифатлы ла!
Үҙебеҙҙеке тәмле лә, сифатлы ла!
Үҙебеҙҙеке тәмле лә, сифатлы ла!
Үҙебеҙҙеке тәмле лә, сифатлы ла!
Үҙебеҙҙеке тәмле лә, сифатлы ла!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас