

“Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”нда солтанбәктәр әүҙем һәм һөҙөмтәле ҡатнаша. Республика һәм район бюджеты, халыҡ тапшырған иғәнәләр иҫәбенә үткән йылдарҙа бирелә зыярат кәртәләре яңыртылған, яңы трактор алынған. Быйыл иһә солтанбәктәр балалар майҙансығы алырға хәл итә. Программала ҡатнашыу шарты буйынса, кәрәкле сумманың бер өлөшө ауыл халҡы, ситтә йәшәүселәр ярҙамы менән йыйыла. Октябрь аҙағында яңы заманса балалар майҙансығы ҡайтарыла һәм ошо көндәрҙә уны ҡоршап та ҡуялар.
— Балаларыбыҙ өсөн шундай матур, сағыу төҫтәргә буятылған, заманса майҙансыҡ барлыҡҡа килеүенә барыбыҙ ҙа шат. Ауыл халҡына, ситтә йәшәүсе ауылдаштарыбыҙға кәрәкле сумманы йыйыуҙа ярҙам иткәндәре өсөн сикһеҙ рәхмәт белдерәбеҙ. Балалар баҡсаһы коллективы ла был суммаға ҙур өлөш индерҙе. Ә майҙансыҡтағы ҡоролмаларҙы ҡоршарға ярҙам иткән ир-егеттәргә (атайҙар, мәктәп, балалар баҡсаһы, клуб, ауыл Советы эшселәре ), бигерәк тә ауыл биләмәһе башлығы Фәнил Шәрәфетдиновҡа, ауыл Советында водитель булып эшләүсе Рәүзәт Хафизйәновҡа рәхмәт.
Әйткәндәй, Рәүзәт Мулланур улы бөгөн үҙенең күркәм ғүмер байрамын билдәләй. Ауылыбыҙ өсөн янып-көйөп йөрөгән, йәшәгән еребеҙҙе тағы ла матурлау, төҙөкләндереү өсөн ойошторолған бөтә эштәрҙе башлап йөрөүсе лә ул үҙе. Ә ҡышын ауылыбыҙ урамдарын ҡарҙан таҙартып, һәр саҡ тәртиптә тота! Хәстәрлекле ғаилә башлығы, атай һәм олатай булған Рәүзәт Мулланур улын юбилей тыуған көнө менән ҡотлап, ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле, парлы томош, балалар һәм ейән-ейәнсәрҙәр шатлығына төрөнөп йәшәүен теләйбеҙ, — тине Солтанбәк ауылы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Наилә Ильясова.
Ауылды төҙөкләндереү, йәмләндереү һәм йәнләндереү өсөн бар тырышлығын һалған солтанбәктәргә афарин! Иң мөһиме, майҙансыҡ бер ваҡытта ла буш тормаһын, балаларҙың шат тауышы тынмаһын, күркәм башланғыс ҡатнашлығында сафҡа тапшырыласаҡ объект бер нисә быуын балаларын ҡыуандырһын!
#Айыҡауыл2022Солтанбәкауылы
#Трезвоесело2022Султанбеково
#Урындағыбашланғыстарҙыхуплаупрограммаһы2022