

Балтас районы аграрийҙарының хеҙмәте Башҡортостан Республикаһы Башлығының 1-се дәрәжәләге Дипломына лайыҡ булды!
Балтас районы республиканың төньяҡ урман-дала төбәгендә ауыл хужалығы продукцияһын етештереү һәм финанс-иҡтисади күрһәткестәр буйынса иң яҡшыһы тип танылды.
“Ҡәҙерле яҡташтар! Был беҙҙең ураҡ еңеүебеҙ! Райондың агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәренә, минең командама һәм барлыҡ балтастарға хеҙмәттәре һәм ҡаҙаныштары өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм!” - ти район хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев үҙенең социаль селтәрендә.
Фирғәт Нәбиуллин.