

Балтас спортсылары республика буйынса иң көслөләр араһында!
Өфөлә армрестлинг буйынса Н. Гастелло исемендәге стадионда Башҡортостан Республикаһы чемпионаты үтте.
Балтас район данын Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре лайыҡлы яҡланы.
Үҙ ауырлыҡ категорияларында Динара Хизяпова, Ринас Такаев, Данил Садиҡов, Айгөл Хәбибуллина, Камилла Дәүләтшина, Азалия Хаматнурова, Эльвина Зиннурова беренсе урын яуланы.
Икенсе урынды - Данил Ғилмуллин, Диана Хаматова, Илназ Ғилманов, өсөнсө урынды Рөстәм Йыһаншин, Айваз Кәләев, Алгиз Әмиров, Ранис Зиятдинов, Регина Саҙрыева, Алмас Сәләхетдинов, Рөстәм Шәйхетдинов яуланы.
Өлкәндәр араһында призлы урындар түбәндәгеләрҙә:
1-се урында - Илназ Әхмәтов.
Икенсе урында - Сәхипов Илдар, Брянцев Васил, Әмирйәнов Тимур.
Өсөнсө урында - Нурғәлиев Рәдим.
Ярышта яҡшы сығыш яһауығыҙ һәм еңеүегеҙ менән ҡотлайбыҙ, егеттәр һәм ҡыҙҙар!
Афарин!
Гөлназ Ғәлләмова.