Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Афарин!
30 Октября 2022, 06:20

Афарин, Юлай!

Асҡын егете Юлай Хәйруллин сираттағы еңеүе менән һөйөндөрҙө.

Афарин, Юлай!Афарин, Юлай!
Афарин, Юлай!

Ҡарткиҫәк ауылында тыуып үҫкән Юлай Хәйруллин мәктәп йылдарынан телһөйәрлеге, илһөйәрлеге, рухлы булыуы менән һоҡландыра. Мәктәптә һәм районда үткән мәҙәни сараларҙа ла һәр саҡ ҡатнашып, шағирҙарыбыҙҙың ижадын кешеләр күңеленә үтеп инерлек, тамашасыны илатырлыҡ, тетрәндерерлек итеп һөйләй белеүе менән ихтирам яулап өлгөрҙө.

Талантлы егет быйыл Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультетына уҡырға инде. Был мәртәбәле уҡыу йортонда ла һынатмай райондашыбыҙ: тәүге көндәрҙән үк уҡыуҙа ла бирешмәй, ижади бәйгеләрҙә лә ҡатнашырға өлгөрә.

Кисә тағы ла шатлыҡлы хәбәр алдыҡ: республика йәштәренең "Тере һүҙ" шиғри оҫталыҡ һәм художестволы уҡыу конкурсында ҡатнашып, Юлай беренсе урын яулай!

Белеүегеҙә, был конкурс "Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү" дәүләт программаһы сиктәрендә Башҡортостандың һәләтле ижади йәштәрен асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү, йәштәрҙә художестволы ижад сараларына ылыҡтырыу, эстетик зауыҡ тәрбиәләү маҡсатында уҙғарыла.

Юлай Рауил Бикбаевтың «Атай ере» һәм Мостай Кәримдең «Һаумы, тиҙәр гөлдәр!» шиғырҙарын башҡорт телендә сәнғәтле итеп уҡып, 1-се дәрәжә лауреаты булды. Афарин, Юлай! Ошо урында тырыш егеттең ата-әсәһенә, мәктәптә туған телгә, нәфис һүҙгә һөйөү тәрбиәләп, һүҙ ҡәҙерен белергә өйрәткән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Руфина Фәлғәт ҡыҙы Мостафинаға һәм барлыҡ уҡытыусыларына, әлеге бәйгегә әҙерләгән етәксеһе Ольга Алексеевна Курбатоваға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәйек.

Ә Юлайға яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ!

Наилә Имаева.









 

 

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас