

Халыҡ һәм эстрада йырҙарын да, нескә лириканы ла айырыуса моңло һәм тәрәнлек менән башҡарыусы яҡташыбыҙҙың профессиональ сәхнәлә ижад итеүенә 20 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған күңелле, йыр-моңға бай программала Сулпан Ғәфүрйәнова һәм уның ижадташ дуҫтары — Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Рифҡәт Ғәбделйәнов, билдәле йырсы Руфина Йәнбирҙина, яҡташыбыҙ, төрлө кимәлдәге йыр конкурстары лауреаты, баянсы Нәфис Ниғәмәев башҡарыуында йырҙар яңғыраны. Сағыу тамашала данлыҡлы «Түңгәүер» бейеү ансамбленең һәләтле бейеүселәре һәм талантлы музыканттары күңелдәрҙе елкендерҙе.
Сулпандың бер туған апаһы Эльмера менән башҡарған йыры иһә күңелдәрҙең иң нескә ҡылдарын сиртеп, Асҡын ҡыҙҙарының ни тиклем талантлы булыуына һоҡланыу һәм ғорурланыу хистәренә сорнаны. Был дуэт, һис шикһеҙ, сәхнәләрҙә сығыш яһап, тамашасыны һөйөндөрөргә тейеш, тигән фекерҙәрен еткерелде.
Концертта яңы йырҙар ҙа күп булды, билдәле булып өлгөргәндәре лә башҡарылды, әлбиттә, халыҡ йырҙарына ла урын бирелде. Сулпандың башҡорт, татар, рус, төрөк, әзербайжан һәм итальян телдәрендә лә берҙәй оҫта йырлауына шаһит булды тамашасылар.
– Йыр-моңға һөйөүҙе миңә атай-әсәйем һалды. Улар — илһамлы, хисле, ижад эсендә ҡайнап йәшәгән шәхестәр. Әсәйем Мәмдүнә Ғаян ҡыҙының халыҡ йырҙарын башҡарыуын, атайым Зөлфәҡәр Имаметдин улы һәм бабайым Рәшит Фәтих улының баянда һәм тальянда уйнап йырлағанын тыңлап, улар уйнағанда апайым Эльмера менән йырлап, бейеп үҫкән бала мин. Был мәлдәр хәтеремә иң бәхетле һәм матур күренеш булып һеңеп ҡалған. Сәнғәтте һөйгән кешеләр мөхитендә үҫеүем ошо донъяны яҡын итеүемә сәбәпселер ҙә. Үҙемде белә-белгәндән алып мәктәп һәм ауыл, район тормошондағы төрлө мәҙәни сараларҙы йыр менән биҙәнем. Өс йәшемдә тәүге тапҡыр сәхнәгә сығыуымды иҫәпкә алһам, ижад юлыма быйыл 38 йыл була, — тип айырым бер йылылыҡ менән бала сағын иҫкә алды Сулпан Зөлфәҡәр ҡыҙы һәм ата-әсәһенә рәхмәттәрен еткерҙе. — Бөгөн беҙҙе шулай ҙурлап, йыр-моңдар менән ҡаршы алып, зал тултырып килеүегеҙ өсөн айырым рәхмәт!
Сулпан Ғәфүрйәнованы ижад байрамы менән ҡотларға район хакимиәте башлығы Динис Йосопов та килгәйне. Талантлы йырсыға ижади уңыштар, артабан да яңынан-яңы йырҙары менән тамашасыны ҡыуандырып тороуын һәм районыбыҙға ла йышыраҡ ҡайтыуын теләне. Динис Рәдис улы Сулпан Зөлфәҡәр ҡыҙының районыбыҙҙа үткән сараларҙа ҙур теләк менән ҡатнашыуын һәм ,айырыуса , 1 июнь – Балаларҙы яҡлау көнөндә Асҡында үткәрелгән хәйриә концертында ижадташ дуҫтары менән ҡатнашыуын билдәләп, рәхмәт белдерҙе. Тағы ла Республика көнөндә Нефтекама дәүләт филармонияһы артистарының илһөйәрлек менән һуғарылған концерт программаһы менән Ҡазанда әҙерлек үткән мобилизацияланған һалдаттар алдында сығыш яһауын бидәләп, рәхмәт белдерҙе.
Динис Рәдис улы Сулпан Ғәфүрйәноваға — Асҡын районы хакимиәтенең Почет грамотаһын, ә филармония етәкселегенә Рәхмәт хатын тапшырҙы. “Фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ лайыҡлы баһаланып, һеҙгә “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исемде алырға яҙһын!” - тигән теләктәрен дә еткерҙе сәскә бәйләмен тапшырғанда Динис Рәдис улы.
Сулпан Ғәфүрйәнованы шулай уҡ Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы начальнигы Риваль Сәлимов, район Мәҙәниәт йорто директоры Жәлил Ғәйбәҙуллин да сәләмләп, изге теләктәрен еткерҙе. Жәлил Хәлфәт улы шундай талантлы ҡыҙ үҫтергәндәре өсөн Сулпандың ата-әсәһе Мәмдүнә апай менән Зөлфәҡәр ағайға рәхмәт белдереп, райондың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашыуҙары өсөн “Мин яратам һине, тормош” бәйгеһе дипломын тапшырҙы.
Тамашасылар ҙа Сулпанды көслө алҡыштарға күмеп, сәскә гөлләмәләре, күстәнәстәре менән һөйөндөрҙө.
Әйткәндәй, Мәмдүнә апай менән Зөлфәҡәр ағайға концерт барышында бик күп йылы һүҙҙәр һәм рәхмәт әйтелде. Шундай талантлы балалар үҫтереп, бар ғүмерҙәрен мәғарифҡа, йәш быуынды тәрбиәләүгә арнаған был иҫ киткес әүҙем, рухлы, дәрт-дарманлы пар , һис шикһеҙ, бындай иғтибар һәм хөрмәткә лайыҡ!
Концерттан хисләнеп, ғорурланып, Сулпан Ғәфүрйәнованың ижад һәм тормош юлы тураһында яңы мәғлүмәттәр һәм бай тәьҫораттар алып ҡайттыҡ.
Наилә Имаева.