

“ Ҡышлауйылға урта мәктәбендә бөгөн иртә менән байрамса мөхит тантана итте. Бирелә тәмле, сифталы ризыҡтар бешереүсе аш-һыу оҫталары Тәфкилә Фазулова, Фридә Зәбирова, Йәмилә Хәлиуллинаны ауыл биләмәһе башлығы Илфат Хәлфәт улы Ғатин, мәктәп директоры Земфира Равиль ҡыҙы Суфиярова, уҡытыусылар, уҡыусылар бергәләп йыйылып Ашнаҡсылар көнөн менән матур итеп ҡотланы. Уҡыусыларҙың үҙ ҡулдары менән яһаған ҡотлау открыткалары, йырҙары һәм шиғырҙары ашнаҡсылар өсөн көтөлмәгән бүләк булды.
Сығыш яһаусыларҙың һәр береһе бар күңелдәрен һалып тәмле ризыҡтар бешереүсе ашнаҡсыларға рәхмәт белдерҙе”, - тип хәбәр итте мәктәп директоры урынбаҫары Наилә Хәлфәт ҡыҙы Ғлимшина.
Наилә Имаева.