Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
19 Октябрь 2022, 07:05

Хеҙмәтле кеше — хөрмәтле кеше

Уҡыусыларға һөнәри йүнәлеш биреү, һөнәри үҙбилдәләнештә ярҙам итеү, һөнәр һайлау маҡсатында белем усағында  фәһемле осрашыу үткәрелде.

Хеҙмәтле кеше — хөрмәтле кешеХеҙмәтле кеше — хөрмәтле кеше
Хеҙмәтле кеше — хөрмәтле кеше

Яратҡан һөнәрең, хеҙмәтең булыу —  ҙур бәхет. Шуға ла мәктәптәрҙә  һөнәр һайлау мәсьәләһенә етди урын бирелә. Ошо йүнәлештә төрлө сралар йыш үтә.

“Уҡыусыларға һөнәри йүнәлеш биреү, һөнәри үҙбилдәләнештә ярҙам итеү, һөнәр һайлау маҡсатында Ҡышлауйылға урта мәктәбендә фәһемле осрашыу үтте.  Сараға Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса  дәүләт комитетының  янғындарҙы профилактикалау инструкторы Марат Ғариф улы Хажиев килде. Ул балалар менән янғын хәүефһеҙлеге тураһында әңгәмә үткәрҙе.  Ғәҙәттән тыш хәлдәр  хеҙмәткәре һөнәрен алыу буйынса уҡыусыларҙың һорауҙарына ихлас яуап бирҙе, кәңәштәр еткерҙе.

Сара һуңында төрлө һөнәрҙәр тураһында  “Киләсәккә билет” тигән фильм күрһәтелде”, — тип хәбәр итте  Ҡышлауйылға урта мәктәбе директоры урынбаҫары Наилә  Хәлфәт ҡыҙы Ғлимшина.

Наилә Имаева.

Хеҙмәтле кеше — хөрмәтле кеше
Хеҙмәтле кеше — хөрмәтле кеше
Хеҙмәтле кеше — хөрмәтле кеше
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас