Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
18 Октябрь 2022, 10:15

Батырлыҡ дәресе үтте

Тулыраҡ:

Батырлыҡ дәресе үттеБатырлыҡ дәресе үтте
Батырлыҡ дәресе үтте

Ҡышлауйылға урта мәктәбендә илһөйәрлек менән һуғарылған Батырлыҡ дәресе үтте. Уның маҡсаты —  уҡыусыларҙы Ватан һаҡсыларының төрлө быуын вәкилдәре менән таныштырыу, бөгөн Украинала  барған  махсус хәрби  операция тураһында мәғлүмәт еткереү,  унда ҡатнашҡан  һәм өлөшләтә мобилизацияланған һалдаттарға  рухи ярҙам итеү.

“Тарих уҡытыусылары  әҙерләп ойошторған сараны 10-сы класс уҡыусыһы  Илдар Закиров менән 11-се класс уҡыусыһы Азалия Яхина матур итеп алып барҙы. Төрлө һуғыштарҙа яҡташтарыбыҙҙың Еңеүгә индергән өлөшө тураһында ентекле мәғлүмәт алды  уҡыусылар.

Батырлыҡ дәресе сиктәрендә үҙебеҙҙең ауыл Советынан мобилизацияланған  һалдаттарға хат яҙҙы уҡыусылар. Улар ҡайһыһыныңдыр ағаһы, туғаны, танышы. Шуға ла йөрәк түренән сыҡҡан теләктәрен, йылы, ышаныс һәм өмөт уятҡан  һүҙҙәрен йәлләмәне балалар”, —   тип хәбәр итте  Ҡышлауйылға урта мәктәбе директоры урынбаҫары Наилә  Хәлфәт ҡыҙы Ғлимшина.

Наилә Имаева.

 

 

Батырлыҡ дәресе үтте
Батырлыҡ дәресе үтте
Батырлыҡ дәресе үтте
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас