

Матурлыҡҡа ғашиҡ, уңған гүзәл заттар торған ерен гөл-сәскәгә күмеп йәшәргә ынтыла. Яубүләк ауылында йәшәүсе медицина хеҙмәте ветераны Римма Әхмәтова ла йорт эсен һәм алдын сәскәләр батшалығына әйләндергән.
— Мин бәләкәйҙән гөл-сәскәләр яраттым. Үҫеп, кейәүгә сығып, үҙ донъям булғас, гөлдәр үҫтерә башланым. Ҡайҙа ниндәй гөл күрәм, алып ҡайтып ултырта торҙом. Башлыса декоратив гөлдәргә өҫтөнлөк бирәм. Яубүләк ауылында ФАП-та эшләгән сағымда эш урынымда ла гел гөлдәр үҫтерҙем. Хәҙер хаҡлы ялда булғас, гөлдәрҙе кәметтем, шулай ҙа бөгөн 100-ҙән артыҡ төр бүлмә гөлөм бар йортомда. Көн дә улар менән серләшеп, матурҡайҙарымды ҡарап сығам. Сирләп китһәләр, дауалайым, төрлө ашламалар менән дә туҡландырып торам. Донъяла гөл-сәскәләрҙән дә матурыраҡ, наҙлыраҡ әйбер юҡтыр. Сәскәләр – нәфислек, шатлыҡ, бәхет һәм мөхәббәт символы, рухландырыу һәм илһамландырыу сығанағы, — ти 35 йыл Яубүләк ауылында фельдшер булып эшләп, бөгөн инде хаҡлы ялда яратҡан шөғөлөнә бар ваҡытын бүлгән Римма Әхмәтова.
Сәскә яратҡандарҙың күңелендә яуызлыҡ булмай тиеүҙәре дөрөҫтөр. Римма апай ҙа бик ихлас һөйләшә, һәр кемгә хөрмәт белдерә. Тормош иптәше Фидәрис Заһирйән улы менән 39 йыл татыу ғүмер итәләр. Өс бала — өс ул үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар. Бөгөн уларҙың барыһы ла үҙ ғаиләләре менән матур итеп донъя көтә, балалар үҫтерә. Римма апай менән Фидәрис ағай бөгөн алты ейән-ейәнсәргә хәстәрлекле һәм һөйөклө өләсәй һәм олатай булған.
Римма апай ҡул эштәренә лә, аш-һыуға ла оҫта. Ҡышҡылыҡҡа ниндәй генә тоҙланмалар, ҡайнатмалар әҙерләмәй икән!
Йәшелсә - емеш баҡсаһы ла һәр саҡ бай: кишер, ҡыяр, помидор - сөгөлдөрҙәре , еләк-емештәре мул уңыш бирә. Бына шулай матурлыҡҡа ғашиҡ, һәр саҡ яҡшы кәйефле, киң күңелле, эшенән һәм тормоштан йәм табып йәшәй Римма Әхмәтова. Гөл - сәскәләр үҫтереп, үҙҙәренә кинәнес, ә башҡаларға шатлыҡ - ҡыуаныс тарата ул.
Күңелдәребеҙ гел шулай матурлыҡҡа ынтылһын, илебеҙ –тыныс, үҙебеҙ һау-сәләмәт булып, тормошто сәскәләр менән йәмләп йәшәйек!
Наилә Имаева.