

“Уҡыусыларҙы гармун, баян, тальян һымаҡ халыҡ уйын ҡоралдары һәм уларҙа уйнау үҙенсәлектәре менән музыка уҡытыусыһы Ралия Ғарифулла ҡыҙы Динмөхәмәтова менән ауыл мәҙәниәт йорто методисы Радик Хәлфәт улы Ғатин таныштырҙы. Оҫталар төрлө көйҙәр уйнап ишеттереп тә балаларҙы ҡыҙыҡтырып, баянда уйнарға дәртләндерҙе.
Ралия Ғарифулла ҡыҙы Кирәй Мәргәндең (күренекле яҡташыбыҙ, башҡорт яҙыусыһы, фольклорсы ғалим, әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре докторы, профессор Әхнәф Нурмөхәмәт улы Кирәев) ҡустыһы Әсғәт Нурмөхәмәт улы Кирәевтың гармунын да алып килгәйне. Был хаҡта ла бай мәғлүмәт еткерҙе тәжрибәле уҡытыусы. Сара бик фәһемле, мәғлүмәтле һәм күңелле булды”, — тип хәбәр итте Ҡышлауйылға урта мәктәбе директоры урынбаҫары Наилә Хәлфәт ҡыҙы Ғлимшина.
Наилә Имаева.