Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Афарин!
16 Октября 2022, 03:05

“Атайлыҡ ҡаһарманлығы” миҙалына лайыҡ булған атай

  Илшат Хисаметдин улы йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү өсөн ҙур тырышлыҡ һала.  

“Атайлыҡ ҡаһарманлығы” миҙалына лайыҡ булған атай“Атайлыҡ ҡаһарманлығы” миҙалына лайыҡ булған атай
“Атайлыҡ ҡаһарманлығы” миҙалына лайыҡ булған атай

 

Хәстәрлекле атай, йүнсел ғаилә башлығы, спортҡа һөйөү тәрбиәләүсе уҡытыусы, әүҙем йәмәғәтсе булған яугир-интернационалист Илшат Хисаметдин улы Ғәлләмовты районыбыҙҙа яҡшы беләләр һәм хөрмәт итәләр. Күптән түгел уның Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы булдырған "Атайлыҡ ҡаһарманлығы" ("Отцовская доблесть") миҙалына лайыҡ булыуы тураһында хәбәр иткәйнек.

Атай абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән йәмәғәт наградаһы менән Илшат Хисаметдин улы һымаҡ балалар тәрбиәләгән, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау һәм тергеҙеү өсөн шарттар тыуҙырған, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан атайҙар бүләкләнә. Илһөйәр райондашыбыҙҙың күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, ҡыйыу аҙымы һәм наградалары, шулай уҡ балаларының уҡыуҙа, эштә, спортта һәм ижадта өлгәшкән юғары ҡаҙаныштары ла иҫәпкә алынды.

Илшат Хисәметдин улы тормош иптәше Флидә Нәфҡәт ҡыҙы менән Ҡашҡа ауылында матур, етеш донъя ҡороп, өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр.

Улдары Винер менән Юнир инде һөнәр үҙләштереп, үҙ аллы тормош юлына аяҡ баҫҡан, уңышлы эшләп йөрөй. Аталары һымаҡ улар ҙа хәрби хеҙмәтте намыҫ менән үтәгән. Ҡыҙҙары Юлиә иһә әлегә Ҡашҡа урта мәктәбендә белем ала. Яҡшы уҡыуы менән бер рәттән, ағалары һымаҡ спортты үҙ итә, олимпиадаларҙа ла әүҙем ҡатнаша.

Илшат Хисаметдин улы балалары өсөн һәр яҡлап өлгө булып тора. Тормош иптәше менән уларҙы бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп, үҙ өлгөләрендә Тыуған еренең ысын патриоты итеп тәрбиәләй. Бергәләп ауыл тарихын өйрәнәләр, нәҫел ептәрен барлап, шәжәрә төҙөйҙәр.

Хәстәрлекле хужа бар эшкә лә оҫта: һә тигәнсе тимерҙән теге йәки был эш ҡоралын яһап ала, балта тотһа, бына тигән итеп йыһаздар эшләп ҡуя, йорт-ҡураһы ла төҙөк. Тәжрибәле умартасы ла үҙе.

Илшат Хисаметдин улы  әүҙем йәмәғәтсе лә. Ул “Хәрби туғанлыҡ” йәмәғәт ойошмаһы, ирекле халыҡ дружинаһы, Асҡын районы Йәмәғәт палатаһының мәғариф, йәштәр сәйәсәте, мәҙәниәт, спорт һәм илһөйәрлек тәрбиәләү буйынса комиссияһының эшсе төркөмө ағзаһы ла булып тора. Афғанстандағы хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡаны өсөн миҙал менән бүләкләнгән. Афған һуғышында һәләк булған райондашыбыҙ Дарвин Суфияновтың иҫтәлегенә бағышлап, һәр йылды волейбол буйынса район ярыштары ойоштороп үткәрә. Тәжрибәле физкультура уҡытыусыһы район ярыштарын ойоштороуҙа ла теләп ҡатнаша. Йәш быуынды физик һәм рухи яҡтан сыныҡтырып, уларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә ҙур тырышлығы төрлө кимәлдәге Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән менән билдәләнгән. Илшат Хисаметдин улы “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемде лә лайыҡлы йөрөтә.

Тиҙҙән оло хөрмәткә лайыҡ райондашыбыҙҙың күкрәген тағы ла бер награда - “Атайлыҡ ҡаһарманлығы” миҙалы биҙәйәсәк. Бүләкләү тантанаһы Өфөлә 20 октябрҙә уҙасаҡ.

Наилә Имаева.

“Атайлыҡ ҡаһарманлығы” миҙалына лайыҡ булған атай
“Атайлыҡ ҡаһарманлығы” миҙалына лайыҡ булған атай
“Атайлыҡ ҡаһарманлығы” миҙалына лайыҡ булған атай
“Атайлыҡ ҡаһарманлығы” миҙалына лайыҡ булған атай
“Атайлыҡ ҡаһарманлығы” миҙалына лайыҡ булған атай
“Атайлыҡ ҡаһарманлығы” миҙалына лайыҡ булған атай
“Атайлыҡ ҡаһарманлығы” миҙалына лайыҡ булған атай
“Атайлыҡ ҡаһарманлығы” миҙалына лайыҡ булған атай
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас