Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
15 Октябрь 2022, 12:55

«Йөрәк йылыһы» акцияһына ихлас ҡушылдылар

Тулыраҡ:

«Йөрәк йылыһы» акцияһына ихлас ҡушылдылар«Йөрәк йылыһы» акцияһына ихлас ҡушылдылар
«Йөрәк йылыһы» акцияһына ихлас ҡушылдылар

Илебеҙҙә өлөшләтә мобилизация башланғас ҡына ныҡлап аңлайһың, ни миҡдарҙа ауыр, ҡайғылы осор башланғанын. Тыуған илебеҙҙең тыныслығын яҡлап, берәм-берәм егеттәр хеҙмәткә алына башланы. Нисек тә, әҙ генә булһа ла һәр кемдең ярҙам итәһе килә. Был ваҡытта бер кем дә битараф түгел.
Беҙҙең Тушҡыр ауылында яратҡан китапханасыбыҙ Венера Хәмәтнурова һәм күп функциялы ауыл клубы мөдире Руфина Харипова Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Башҡортостан Республикаһы Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы иғлан иткән «Йөрәк йылыһы» акцияһына ҡушылып, ауыл халҡына, һуғыш ҡырында булған һалдаттарыбыҙға ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләп ебәреүҙе ойошторайыҡ, тип мөрәжәғәт итте. Ауылыбыҙҙың ҡатын-ҡыҙҙары бик хуплап риза булды.
Руфина Харипова өйөнә бәйләнгән ойоҡбаштар, бейәләйҙәрен, бирсәткәләрен, ҡул эштәрен алып йыйылып та алдыҡ. Кем йөн яҙа, кем йөн эрләй, кем бәйләй... Шул уҡ ваҡытта Зәйнәп Ғафарова "Күңел йылыһы" тигән акция тураһында тулыраҡ итеп аңлатып үтте. Гөлшат апа Ихсанова үҙенең үҙәк өҙгөс "Ныҡ булығыҙ, балалар" тигән шиғырын уҡыны. Күҙ йәше сыҡмаған кеше булманы.
Аллаһыбыҙ насип итһен
Күңелебеҙҙә доғалар!
Иҫән йөрөгөҙ, балалар!
Беҙ көтәбеҙ, балалар! - тигән һүҙҙәр менән тамамлана шиғыр.
Һуғышҡа китеүселәрҙең ғаиләләре, балалары, һөйгән ярҙары, туғандары бар. Уларға бағышлап яҙылған тағын бер шиғыры "Беҙ көтәбеҙ,әсәләр" тип атала.
Батырлығы менән даны таралған, Тәтешле һаллдаты Фәнискә бағышлап яҙылған "Фәнис һалдат мажараһы" тип аталған шиғырында Гөлшат апа шул хәтле ул егеттең холҡон аңлап, ҡыҙыҡ, матур һүҙҙәр менән яҙылған шиғырын да уҡыны. Һәр-бер шиғырын үҙе алып килгән ойоҡбаш менән бирсәткә эсенә һалып ҡуйҙы. Мөғжизәләр була бит ул, бәлки Фәнистең дә үҙенә барып етәр бүләк.
Роберт Әхмәтйәнов шиғырында яҙылған "һалдаттар" йырын бергәләп күҙ йәштәре аша йырланыҡ.
Ауылыбыҙҙың иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарының береһе 87 йәшлек Сөғдә апа Исламшина бәйләп алып килгән ойоҡбаш бүләк итеп, моңло көйҙәре менән "Оҙатыу" йырын йырланы. Концерттарҙа һәр ваҡыт матур-матур шиғырҙар һөйләү остаһы ла ул.
Һәр бәйләнгән бүләккә шундай һүҙҙәр яҙып һалдыҡ.
"Ҡәҙерле һалдат балаҡайҙарыбыҙ! Һеҙгә ҙур һынауҙар үтергә насип булды. Иң ҡәҙерле булған Тыуған илебеҙ өсөн, унда йәшәгән ата-әсәләрегеҙ, балаларығыҙ, һөйгән ярҙарығыҙ , туғандарығыҙҙың тыныслығын һаҡлап яу ҡырында көрәшәһегеҙ. Беҙ һәр ваҡыт һеҙҙең менән. Һеҙҙең иҫән-һау, еңеү менән әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы теләп доғалар ҡылабыҙ. Яндарығыҙҙа һәрваҡыт йәнәшә атлаған фәрештәләрегеҙ һаҡлаһын. Бына ошо йөрәк йылыһын биреп бәйләгән ойоҡбаштар Һеҙгә әҙ булһа ла тыуған яҡтарҙың сәләме булып күңелдәрегеҙгә йылылыҡ, еңеллек бирһен. Рәхмәт һеҙгә! Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ! "
Һуғыш ҡорбанһыҙ булмай, вафат булып яу ҡырында ҡалғандарҙың урындары ожмахта булып, әсе ҡайғы кисергәндәрҙе күркәм сабырлыҡтар насип булһын.
Ойоҡбаштар бәйләү дауам итә. Бөгөн теләгебеҙ шул: илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашып, балаҡайҙар тыуған йорттарына еңеү менән әйләнеп ҡайтһын! -тип хәбәр итте Ралия Сәғәҙиева.

Гөлназ Ғәлләмова.

«Йөрәк йылыһы» акцияһына ихлас ҡушылдылар
«Йөрәк йылыһы» акцияһына ихлас ҡушылдылар
«Йөрәк йылыһы» акцияһына ихлас ҡушылдылар
«Йөрәк йылыһы» акцияһына ихлас ҡушылдылар
«Йөрәк йылыһы» акцияһына ихлас ҡушылдылар
«Йөрәк йылыһы» акцияһына ихлас ҡушылдылар
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас