

Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан Балтас юлсылары "Йәшлек" физкультура-һауыҡтырыу комплексына йыйылды.
Сараны асып, "Йәшлек" комплексы директоры Фәрит Фәнил улы Ғәлимов барыһын да йылы сәләмләп, байрамдары менән ҡотлап, эштәрендә уңыштар, тыныс күк йөҙө һәм спорт еңеүҙәре теләне!
Рәхмәт һүҙҙәре һәм ҡотлау менән Балтас юл ремонт-төҙөлөш идаралығы начальнигы Илдар Ғәбдинур улы Йыһангиров сығыш яһаны. Шулай уҡ байрамдың тантаналы өлөшөндә тәбрикләү һүҙҙәре менән райондың баш архитекторы Радмир Фәрдүс улы Хөснийәров сығыш яһаны.
Көйәрмәндәрҙең әүҙем булышлығында байрамдың иң ҡыйыу һәм әүҙем ҡатнашыусылары 30 метрға йүгереү, ҡулға таянып кәүҙәне күтәреү, оҙонлоҡҡа һикереү, гер күтәреү, йөҙөү кеүек төрҙәр буйынса ГТО нормативтарын тапшырҙы.
Артабан теләге булғандар армрестлинг һәм йөҙөү буйынса спорт ярыштарында ҡатнашты, уларҙың һөҙөмтәһе буйынса еңеүселәргә грамоталар, миҙалдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла ошондай спорт байрамы оҡшаны һәм күтәренке кәйеф менән таралышты.
Гөлназ Ғәлләмова.