

Ҡариҙел 2-се урта мәктәбенең “Яңы быуын” командаһы Благовещенск ҡалаһында үткән юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса Шаяндар һәм тапҡырҙар клубының төбәк уйындарында ҡатнашып, еңеү менән ҡайтты!
Ҡариҙел районы командаһын 2-се урта мәктәп белермәндәре, шаяндары, тапҡырҙары Максим Зиннуров, Азалия Амантаева, Эмилия Хәбирова, Дарина Ҡорбанова, Әнүәр Сөләймәнов, Руслан Карамов, Ирина Ғилманшина, Арина Хәйруллина тәшкил итте. Команданы етәкселәре Роза Мәүләүи ҡыҙы Зыятдинова, Эльвира Фәнис ҡыҙы Исламова, Эльза Энгель ҡыҙы Мостафиналар әҙерләне. Улар тәүге турҙан уҡ реванш алып, беренселекте бирмәне. “Тормош матур, әкрен барғанда” ( " Жизнь хороша, когда едешь не спеша") темаһына ҡоролған таныштырыу конкурсын, “Юлға ваҡыт” (“Пора в дорогу”) фристайлын, “Баһадир нәҫеле менән түгел, батырлығы менән данлы”("Не родом славен богатырь, а подвигом") исемле капитандар конкурсын ҡариҙелдәр ҙур тырышлыҡ, дәрт-дарман менән үтәп сыҡты. Һөҙөмтәлә “Яңы быуын” командаһы 1-се урынға сыҡты. Капитандар ярышында ла беҙҙең Максим Зиннуров лайыҡлы тәүге урынды алды! Хәҙер уларҙы КВН уйындарының республика этабы көтә, ул Өфөлә 31 октябрҙән 2 ноябргә тиклем барасаҡ. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса үҙҙәрен танытҡан Ҡариҙел командаһына һәм уларҙың етәкселәренә артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Гөлнара Солтанова.