Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
10 Октябрь 2022, 21:10

Хеҙмәттәре биҙәй уларҙы

Бөгөн баш ҡалабыҙҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы

Хеҙмәттәре биҙәй уларҙы
Хеҙмәттәре биҙәй уларҙы

Хәрбиҙәр, дәүләт органдары, сәнәғәт, транспорт, мәғариф һәм фән, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, спорт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре ордендар һәм миҙалдар, почет грамоталары, маҡтаулы исемдәр, рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. 

  • Был залда төрлө һөнәр вәкилдәре йыйылған. Һәр берегеҙ республикабыҙ ғорурлығы һәм ихлас рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡлы. Ябай булмаған осорҙа бөгөн барыбыҙ ҙа Рәсәй Президенты эргәһенә тупландыҡ. Халыҡ Ватан һағына баҫты, һуғыш яланында хәрбиҙәребеҙ ысын батырлыҡ күрһәтә. Уларға ныҡлы таяныс булыу – беҙҙең изге бурыс. Короновирус менән бәйле ике ауыр йылды ла үткәрергә тура килде. Шуға ҡарамаҫтан, ышаныслы рәүештә алға барабыҙ. Иҡтисадта көрсөккә юл ҡуйманыҡ, сәнәғәт һәм ауыл хужалығы, инвестиция һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҫешен тәьмин иттек. Республикабыҙ ҡаҙаныштары нигеҙендә -  һеҙҙең хеҙмәт, тәжрибә, һөнәри оҫталыҡ, - тип башланы үҙенең сығышын республика Башлығы һәм бөгөнгө тантананың ҡайһы бер геройҙарына  айырым туҡталды.
  • Бөгөн үҙенсәлекле награда – беҙҙең герой летчиктарға Ҡаһарманлыҡ орденын тапшырабыҙ. Ту-134 самолеты командиры Владимир Былда үҙенең икенсе пилоты Константин Бузанов, штурман Салауат Хәбиров, бортмеханик Петр Филипов  менән 1996 йылда ысын ҡаһарманлыҡ күрһәтте – Ту-134 самолеты пассажирҙарын фажиғәнән ҡотҡарҙы. Экипаждың  тиҙ һәм дөрөҫ эш итә белеүе самолетты ҡоштар тубы менән бәрелеүҙән һаҡланы һәм имен генә ултыртырға булышлыҡ итте. Ләкин бер награда үҙенең геройын мәрхүм булғандан һуң тапты. Лайнер командиры Владимир Анатольевич күп йылдар беҙҙең арала юҡ. Уның тураһында яҡты иҫтәлекте күңелдәрҙә һаҡларбыҙ, - Радий Хәбиров.

 

Төрлө һөнәр эйәләре тәбрикләнде тантанала. Наградланыусылар араһында А. Мөбәрәков исемендәге  Сибай башҡорт дәүләт драма театры актеры Риф Сәйфуллинға “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исем бирелде.

  • Сибай театрында мин быйыл 50-се миҙгелемде башланым, 50 йыл дауамында бер ҡайҙа китмәй ошо театрҙа хеҙмәт итәм. Театрымды яратам, уның менән ғорурланам. Ваҡытында Башҡортостандың атҡаҙанған һәм халыҡ исемдәрен дә алдым. Әлбиттә, бөгөнгө награда ла матур бүләк, - тине билдәле артист.

“Башҡорт энциклопедия”һы учреждениеһы директоры урынбаҫары Рәниә Хәсәнова  республика Башлығы ҡулынан  “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемде алды. Ул да был учреждениела 17 йыл хеҙмәт итә.

  • Эшем оҡшай. Был ойошмала хеҙмәт юлымды редактор булып башлағайным, башҡа тармаҡта үҙемде күҙ алдына ла килтермәйем. Энциклопедистика өлкәһендә ҙур белгес булған директорыбыҙ Уйылдан Сәйетовҡа ҙур рәхмәтлемен. Тап ошо ойошмала эшләүем, һөнәри яҡтан үҫеүем минең өсөн бәхет. Шулай уҡ коллективыма  рәхмәт, сөнки хеҙмәттәштәрем менән бергәләп ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшәбеҙ, –тине Рәниә Хәкимйән ҡыҙы.

Кешене хеҙмәте биҙәй. Тағы ла бер лайыҡлы замандашыбыҙ, ғүмеренең ҙур өлөшөн матбуғатҡа арнаған, башҡа өлкәләрҙә лә хеҙмәт иткән Зөфәр Тимербулатовҡа  Салауат Юлаев ордены тапшырылды.  Бындай юғары награда алыу, артабан да Башҡортостанға хеҙмәт итергә көс өҫтәй, тине ул шатлығы менән уртаҡлашып.  

Төрлө һөнәр эйәләре һәр ҡайһыһы республикабыҙҙың дөйөм үҫешенә үҙ өлөшөн индерә. Межгорье ҡалаһынан Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнеүсе шәфҡәт туташы Минзилә Байдәүләтова ла хеҙмәтен баһалауҙары өсөн рәхмәтле.

  • Шәфҡәт туташы булып эшләүемә 38 йыл. Һәр ваҡыт медик булырға хыялландым, шуға эшемде лә яратам. Ололар менән дә, балалар менән уртаҡ тел таба алам. Кешеләргә иғтибарлы була белеү – беҙҙең һөнәрҙә мөһим талап, - тине әңгәмәсем.

Наградаларға эйә булыусыларҙың һәр береһенең үҙенең  һөнәре, үҙенең хеҙмәт юлы. Ләкин барыһын да уртаҡ маҡсат - илебеҙгә, республикабыҙға, йәмғиәтебеҙгә файҙа килтереү бурысы берләштерә.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан һәм автор фотолары.

https://bashgazet.ru/articles/geroy-ar-d-ere/2022-10-10/he-m-tt-re-bi-y-ular-y-2984193?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500

Хеҙмәттәре биҙәй уларҙы
Хеҙмәттәре биҙәй уларҙы
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас