

Был донъяла тик ныҡыш хеҙмәт кенә кешегә бәхет килтерә. Ғүмер буйы тир түгеп, тырышып эшләгән кеше генә ысын мәғәнәһендә ҡәҙер-хөрмәткә лайыҡ. Республика көнөнә арналған байрам саралары сиктәрендә “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Шәхестәрҙә һәм эштәрҙә кесе Тыуған ил” проектының “Мәғариф”, “Һаулыҡ һаҡлау”, “Мәҙәниәт”, “Йәмәғәт эшмәкәрлеге”, “Дәүләт эшмәкәрлеге” йүнәлештәре буйынса тырыш хеҙмәттәре менән айырылған бер төркөм ҡариҙелдәргә дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры урынбаҫары Яна Чернышенко, район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин, уның урынбаҫары Рәмил Вәлинуров, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексә сәркәтибе Зилә Ибраһимова был тантаналы сараның ҡунаҡтары булды. Байрам алдынан “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексә тарафынан тырыш хеҙмәттәре менән лайыҡлыларҙы аныҡлау буйынса мониторинг һорауҙары үткәрелде. Ул районыбыҙҙың 90 йыллығына арналғайны. Район биләмәһендә лайыҡлы хеҙмәт кешеләрен - хөрмәтле яҡташтарҙы, замандаштарҙы билдәләү, илһөйәрлек һәм район тарихына ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү мониторингтың төп бурысы булды. Шулай уҡ был сара райондың хөрмәтле кешеләрен, ыңғай ҡарашлы, инициативалы йәштәрен туплаған мәғлүмәт банкын төҙөүгә булышлыҡ итте. Халыҡтан һорау алыуҙа 5 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Һөҙөмтәлә “Мәғариф”, “Һаулыҡ һаҡлау”, “Мәҙәниәт”, “Йәмәғәт эшмәкәрлеге”, “Дәүләт эшмәкәрлеге” йүнәлештәре буйынса иң күп тауыштар йыйған яҡташтарыбыҙ асыҡланды. Бына улар! “Дәүләт эшмәкәрлеге” номинацияһы буйынса: А.Ә.Шәйҙуллин, район хакимиәте башлығы, уның урынбаҫары Р.К.Вәлинуров, Ч.З.Тәгәрәев, Иҫке Аҡбүләк ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы.
“Мәғариф” номинацияһы буйынса: И.Т.Мөхәмәтйәнов, Хәлил урта мәктәбе директоры, В.Н.Белоусова, Магинск урта мәктәбе директоры, И.Ғ.Мусин, Урғыш урта мәктәбе директоры.
“Мәҙәниәт” номинацияһы буйынса: М.Н.Мусина, Абдулла ауыл клубы методисы, С.А.Сафарова, Үҙәк китапхана директоры.
“Һаулыҡ һаҡлау” номинацияһы буйынса: Ю.Н.Ғәлин, Үҙәк район дауаханаһы баш табибы, В.А.Хөсәйенова, Ҡорош ауылы фельдшеры, Л.С.Игошева, Урғыш ауылы фельдшеры.
“Йәмәғәт эшмәкәрлеге” номинацияһы буйынса: Д.Ш.Иванова, “Василиса” ҡатын-ҡыҙҙар клубы етәксеһе, Е.А.Куликов, Байҡы ауылындағы Михаил-Архангель храмы иерейы, Р.М.Хәмитов, Магинск ауылы старостаһы.
Бынан тыш “Ҡариҙел районының хеҙмәт кешеләре” фотоконкурсына ла йомғаҡтар яһалды. Конкурс комиссияһына төрлө һөнәр кешеләренең 63 фото- портреты тапшырылған. Конкурс ауыл ерлегендә фиҙаҡәр хеҙмәте менән абруй ҡаҙанған кешеләрҙең исем-шәрифтәрен танытыуға, хеҙмәт кешеһен ололауға, хөрмәтләүгә ҡоролған. Район Мәҙәниәт һарайының икенсе ҡатында ошондай үҙенсәлекле күргәҙмә хасил булды. Конкурста еңеп сыҡҡандар ҙа иҫтәлекле бүләктәр менән баһаланды.
Гөлнара Солтанова.