

Асҡын ауылында йәшәүсе иң өлгөр, иң уңған, иң йүнсел ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе Әдисә апай Хамматова һәр ваҡыттағыса йәрминкәгә үҙе үҫтергән йәшелсә-емеш, гөл-сәскә һәм йәшел тәмләткестәр, төрлө тоҙланмаларҙан тыш, урман-ҡырҙарҙан йыйған еләк-емеш һәм төрлөһөнән бәшмәк алып килгәйне. Уның эргәһенән көн оҙоно кеше өҙөлмәне: кемдер сират тороп һарымһаҡ алды, кемдер – гөлйемеш, кемдер - мүк еләге, кемдер бәшмәк алып ҡыуанды. “ Һарымһаҡты, киптерелгән гөлйемеште, яңы йыйылған мүк еләге, бәшмәкте тиҙ арала алып бөттөләр”, - ти уңған хужабикә. Бына шулай, бер минут та тик тормаған Әдисә апайға ҡарап һоҡланып, ул алып килгән продукцияны маҡтай-маҡтай алды йәрминкәгә килеүселәр.
Наилә Имаева.