Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
8 Октябрь 2022, 10:20

Улар - Асҡындың йәш шайморатовсылары!

Республика көнө алдынан Асҡын 2-се урта мәктәбенең 5-се В класы уҡыусыларын «шайморатовсы»лар рәтенә алыу тантанаһы үтте.

Улар  -  Асҡындың  йәш шайморатовсылары!Улар  -  Асҡындың  йәш шайморатовсылары!
Улар - Асҡындың йәш шайморатовсылары!

 

Белеүегеҙсә, Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 2020 йылда республика мәктәптәрендә Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластар асыла башлағайны.   Математика, урыҫ теле, тарих фәндәренә һәләтле, физик яҡтан әҙерлеге яҡшы балалар ҡабул ителә. Уҡытыу процесында физика, математика, тарих,  башҡорт  һәм инглиз телдәре тәрәнәйтеп өйрәнелә, физик һәм башланғыс хәрби әҙерлеккә, патриотик тәрбиәгә  ҙур иғтибар бүленә. Уҡыусылар уҡтан атыу, һыбай йөрөү, йөҙөү, көрәш менән дә шөғөлләнә.

Шайморатов исемендәге класс быйыл беҙҙең районыбыҙҙа ла асылды. Унда белем алған уҡыусылар өсөн берҙәм мәктәп формаһы булдырылды. Һәм бына бөгөн, Республика көнө һәм Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатовҡа баш ҡалабыҙҙа һәйкәл асылыуы алдынан, Асҡын район Мәҙәниәт йортонда тантаналы шарттарҙа Асҡын 2-се урта мәктәбенең Эльвира Фәнис ҡыҙы Ғәйбәҙуллина етәкләгән 5-се В класы уҡыусыларын «шайморатовсы»лар рәтенә алыу (бағышлау) тантанаһы үтте. Унда район хакимиәте башлығы Динис Йосопов, яугир-интернационалистар Илшат Ғәлләмов, Йәүхәт Шәйәхмәтов, Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташыбыҙ Илдар Ибраһимов, Рөстәм Әбдрәхимов етәкселегендәге “Йәш армиясы” хәрби-патриотик хәрәкәте ағзалары, Асҡын 2-се урта мәктәбе уҡытыусылары, уҡыусылары һәм ата-әсәләр ҡатнашты.

Динис Рәдис улы уҡыусыларға ихлас теләктәр менән мөрәжәғәт итте.

– Һеҙ Рәсәй Федерацияһы Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән класта уҡыйһығыҙ. Ошоноң менән беҙ халҡыбыҙ ҡаһарманы хаҡында хәтерҙе мәңгеләштереүҙе дауам итәбеҙ. Һеҙҙе үҙенсәлекле дәрестәр көтә, улар физик көсөгөҙҙө, холҡоғоҙҙо һәм, тәү сиратта, рухығыҙҙы нығытасаҡ.

Ҡәҙерле балалар, һеҙ бөгөн районыбыҙҙағы бөтә уҡыусылар араһынан иң тәүге шайморатовсылар булдығыҙ, белегеҙ һәм онотмағыҙ: был – бик абруйлы һәм яуаплы. Иңегеҙгә легендар комдивтың рухына лайыҡлы, тыуған Башҡортостаныбыҙҙың һәм Рәсәйҙең ысын патриоттары булыу бурысы һалына. Шайморатовсы формаһын ғорур кейеп йөрөгөҙ, “Салауат вариҫтары сигенә белмәй” саҡырыуына һәр саҡ тоғро булығыҙ, быны эштәрегеҙ менән раҫлағыҙ, һынауҙарҙан һәм ауырлыҡтарҙан ҡурҡмайынса, һәр ваҡыт алға барығыҙ! – тине Динис Рәдис улы йәш шайморатовсыларҙы тормоштарындағы мөһим ваҡиға менән ҡотлап. Ул шулай уҡ тантанаға йыйылыусыларҙы Республика көнө менән тәбрикләп, ил-көнөбөҙҙөң имен булыуын һәм Тыуған илебеҙҙе һаҡлаусы һалдаттарыбыҙҙың иҫән-һау хәрби бурыстарын үтәп ҡайтыуын теләне.

Йәш шайморатовсыларҙы яугир-интернационалист, Афған һуғышы ветераны, Ҡашҡа урта мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Илшат Хисәметдин улы Ғәлләмов тәбрикләп, был саралағы тантаналы ант уҡыусыларға айырым бурыстар һалыуын билдәләне.

"Шайморатовсылар" кластарында уҡыусыларҙы Ватандың илһөйәре, тоғролоҡло, тәрбиәле, хәрби намыҫ һәм юғары выжданлылыҡ рухында әҙерләйҙәр. Мәктәбегеҙ, яугир шайморатовсылар традицияларына тоғро булығыҙ. Киләсәктә һеҙҙең погон кейеүегеҙ мөһим түгел. Илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булыуығыҙ мөһим. Ҙур бейеклектәр яулауығыҙҙы, яҡшы уҡыуығыҙҙы, республикабыҙҙың һәм илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булып үҫеүегеҙҙе теләйем», – тине Илшат Хисәметдин улы һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының байрағы күсермәһен "шайморатовсылар" класы уҡыусыһы Арыслан Исхаҡовҡа тапшырҙы.

Уҡыусыларҙы “шайморатовсы”лар сафына бағышлау хоҡуғы 5-се В класы уҡыусыһы Мәдинә Дәүләтбаеваға бирелде. Балалар "йәш шайморатовсылар" анты биргәс, ҙур ғорурлыҡ менән башҡорт һәм урыҫ телдәрендә "Шайморатов генерал" йырын башҡарҙы.

Шундай рухлы, илһөйәр йәш быуын үҫеп килгәндә легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовтың исеме халыҡ хәтеренән юйылмаҫ.

Әйткәндәй...

Легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында йөҙгә яҡын райондашыбыҙ ҙа хеҙмәт итә. Улар араһында Зиннәтулла Хисмәтулла улы Хисмәтуллин, Әхмәтзыя Ғәлиәхмәт улы Ғәлиәхмәтов, Ғабдрахман Хәйдәрша улы Хәйдәршин, Ғафуръян Латип улы Латипов, Сабирйән Шабан улы Шабанов, Ғабделғаян Зекриә улы Мөхәмәтзарипов. Мөхлисулла Зөбәйер улы Зөбәйеров, Ғәлинур ағай Әхмәтов, Ғәлиәхмәт ағай Ғәлиәхмәтов, Николай Щукавин һәм башҡалар була. Миңлеғәле Шайморатов һәләк булғас, генерал-майор Григорий Андреевич Беловтың адъютанты яҡташыбыҙ, Ҡашҡа ауылынан Сабирйән Шакиров була.

Наилә Имаева.

Улар  -  Асҡындың  йәш шайморатовсылары!
Улар  -  Асҡындың  йәш шайморатовсылары!
Улар  -  Асҡындың  йәш шайморатовсылары!
Улар  -  Асҡындың  йәш шайморатовсылары!
Улар  -  Асҡындың  йәш шайморатовсылары!
Улар - Асҡындың йәш шайморатовсылары!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас