

Бөгөн Асҡын ауылында ил именлеге өсөн, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, мобилизацияға эләккән ир-егеттәребеҙҙең иҫән-һау тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтыуын теләп, йәрминкәгә килеүселәрҙе ҡорбан итенән былау бешереп һыйланылар.
Тиҙерәк тыныслыҡ тантана итеп, һәр кем өйөнә имен-һау әйләнеп ҡайтһын өсөн асҡындар ҡорбан салды. Ҡорбанлыҡ һарығы өсөн аҡсаны район хакимиәте бирә, ә былау өсөн бөтә кәрәк-яраҡты мәсеткә йөрөүсе ағинәйҙәр һәм иманлы райондаштарыбыҙ хәстәрләй.
Кисә йома намаҙына мәсеткә йыйылып, бергәләп ил-көн тыныслығы, һалдаттарыбыҙҙың тиҙерәк иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп, доға ҡылалар.
Кисен мәсеткә йөрөүсе апайҙар былау өсөн бөтә нәмәне әҙерләп ҡуя. Бөгөн иртә менән Рөстәм хәҙрәт ут яғып, ҡаҙан элә. Ҡубияҙҙан Әйнүрә апай Ибраһимова тәмле итеп бешерә. Уға Минзилә апай Исламшина ярҙам итә.
Һәм былау әҙер булғас, хәҙрәттәр менән бергәләп, йәрминкә уҙған майҙанға өҫтәлдәр теҙеп, барыһын да тәмле былау менән һыйланы. Былауҙы тәмләгән һәр кемдең теләге бер булды: донъяларыбыҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ, барыһы ла иҫән-һау булһындар.
Наилә Имаева.