

Бөгөн Республика көнөнә арнап үткәрелгән ауыл хужалығы йәрминкәһендә район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов тантаналы шарттарҙа Табаҫҡытамаҡ, Көнгәк, Ҡубияҙ ауыл биләмәләре башлыҡтарына өр-яңы МТЗ-82.1 тракторҙары асҡыстарын тапшырҙы. Был тракторҙар “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” буйынса алынды.
Һуңғы йылдарҙа ауыл халҡының йәшәйешен яҡшыртыуға , төҙөкләндереүгә республикабыҙ тарафынан күп иғтибар бүленә. 2014 йылдан алып Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы барлыҡҡа килде һәм эшләй. Был ауыл халҡының йәшәйешен яҡшыртыу, төҙөкләндереү өсөн бик тә уңайлы ысул. Йыл һайын уҙғарылып барған был программала Асҡын районы ауылдары халҡы ла ихлас ҡатнашып тора. Быйыл ошо программала районыбыҙҙан 14 ауыл ҡатнашып, 13 проект еңеп сыҡты.
Ҡайһылыр ауылда юлдарҙы төҙөкләндерәләр, ҡайҙалыр зыярат кәртәләрен яңырталар, ҡайҙалыр спорт һәм балалар майҙансыҡтары алалар, үрҙә аталған өс ауылда бик кәрәкле техника алына.
Шуныһы һөйөнөслө, проектты тормошҡа ашырыу өсөн, ауыл халҡы ҙур тыршылыҡ һала – берҙәм булып тиҙ арала тейешле сумманы йыя. Шуға һөҙөмтә лә яҡшы.
Тантанала шулай уҡ Асҡын район ветеринария станцияһына өр-яңы Лада “Гранта” автомобиле тапшырылды.
“Асҡын йылылыҡ селтәрҙәре” предприятиеһы автопаркы ла ике өр-яңы трактор менән тулыланды.
Наилә Имаева.