

7 октябрҙә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров тантаналы шарттарҙа республиканың иң яҡшы педагогтарына дәүләт наградалары тапшырҙы.
Улар араһында Балтас районынан бөтә ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған Әнфисә Нәширбанова.
Әнфисә Сәлимйән ҡыҙы, Бөрө педагогия институтының физика-математика факультетын тамамлағандан һуң, Иҫке Тимкә ауылы мәктәбендә хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. 1985 йылдан ул Көндәшле урта мәктәбендә математика уҡытыусыһы, директор булып эшләй, 2003 йылдан башлап , уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директорҙың алыштырғыһыҙ урынбаҫары булып хеҙмәт итә. 40 йыл эшләп, балаларға белемен, оҫталығын ғына түгел, күңел йылыһын да еткерә.
ӘнфисәСәлимйән ҡыҙы, һеҙҙе ысын күңелдән "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы" тигән маҡтаулы исем алыуығыҙ менән ҡотлайбыҙ!
Гөлназ Ғәлләмова.