

Өфөлә бөгөн оло йәштәгеләрҙең «Мин яратам һине, тормош!» республика фестивале еңеүселәре сығыш яһаны.
Оло йәштәгеләр өсөн тәғәйенләнгән ижади бәйге быйыл ун беренсе тапҡыр үтте, уны Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойоштора.
“Мин яратам һине, тормош!” республика фестивале өлкән быуындың ижади эшмәкәрлегенә йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итеү, уларҙың һәләтен үҫтерергә ярҙам итеү, интеллектуаль һәм ижади потенциалын мәҙәниәттә ҡулланыу һәм, әлбиттә, талантлыларҙы асыҡлау маҡсатында үткәрелә.
Балтас районын унда Көндәшле ауылынан Мәғдән Фазылов тәҡдим итте."Мин яратам һине тормош" оло йәштәгеләр ижады фестиваленең "Әҙәби әҫәр уҡыу" номинацияһында "Нәфис һүҙ" жанрын иң яҡшы башҡарыусылар араһында 1-се дәрәжә дипломына лайыҡ булды.Афарин!
Гөлназ Ғәлләмова.