

Ҡараяр урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Зилиә Хәйҙәршина «Ҙур тәнәфес» (“Большая перемена”) Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнаша. Ул уҡыусылар хәрәкәтенең Рәсәй форумында ҡатнашып, был мөмкинселеккә эйә булған. Остазы Эльвира Шәйхинурова ярҙамында конкурстың тәүге этабында Зилиә тест һорауҙарына яуап биргән, үҙе хаҡында видеояҙма төшөргән, мәктәбе сәхифәһен булдырған. Һәләтле ҡыҙҙы ойоштороусылар күҙ уңынан ысҡындармайынса, Ҡазан ҡалаһына, конкурстың ярымфиналына саҡырған.
Бында Зилиә яңы дуҫтары менән бергәләп, илебеҙҙең алдынғы юғары уҡыу йорттарының һәм компанияларының кейс мәсьәләләрен үтәгән. Шулай уҡ конкурсанттар фән, технология, сәнғәт һәм медиа өлкәһендәге юғары профессионалдар менән осрашҡан. Мәртәбәле бәйгенең финалы Ҡырымдағы "Артек" лагерында уҙасаҡ. Илдең иң талантлы үҫмерҙәре менән бер рәттән, Зилиәгә лә Ҡырымды ла алыуын теләйек!
Әйткәндәй, «Ҙур тәнәфес» (“Большая перемена”) Бөтә Рәсәй конкурсы "Рәсәй - мөмкинлектәр иле" президент платформаһының проекттарының береһе. «Ҙур тәнәфес» хәрәкәте эшмәкәрлегенең маҡсаты балаларҙы һәм йәштәрҙе тәрбиәләү, уларға һөнәр һайлауҙа дөрөҫ йүнәлеш биреү, буш ваҡыттарын ойоштороу, төрлө яҡлап үҫергә һәм тормошта үҙбилдәләнештәрен табырға ярҙам итеү.
Гөлнара Солтанова.