Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
11 Сентябрь 2022, 06:20

Асҡындар - айыҡ, сәләмәт тормош яҡлы!

Бөгөн Бөтә Рәсәй айыҡлыҡ көнө билдәләнелә. Ошо уңайҙан Асҡын ауылында фәһеме сара уҙҙы.

Асҡындар - айыҡ, сәләмәт тормош яҡлы!Асҡындар - айыҡ, сәләмәт тормош яҡлы!
Асҡындар - айыҡ, сәләмәт тормош яҡлы!


Айыҡлыҡ көнөн билдәләүҙең маҡсаты — кешеләргә алкоголизм, тәмәке тартыу, наркомания кеүек насар ғәҙәттәрҙең зарары тураһында иҫкәртеү. Был көндө төрлө ойошмалар йәмғиәтте айыҡ һәм сәләмәт тормош алып барыуға өндәүсе саралар үткәрә. Асҡын ауылында ла ошо маҡсатта фәһемле сара үтте.

Айыҡ, сәләмәт тормошто пропагандалау буйынса асҡындар әүҙем эш алып бара. Республикала йыл һайын үткәрелгән “Айыҡ ауыл” конкурсында ла Асҡын районы ауылдары сәмләнеп ҡатнашып, йыл әйләнәһенә айыҡ тормошто пропагандалаған саралар үткәрә. Һөҙөмтәләр ҙә һөйөнөслө. Мәҫәлән, «Айыҡ ауыл – 2019” республика конкурсында Ҡарткиҫәк ауылы 3-сө урынға лайыҡ булып, ауылды төҙөкләндереү өсөн 150 мең һум аҡсалата бүләккә лайыҡ булды.

Ә “Айыҡ ауыл -2021” республика конкурсында иһә Солтанбәк ауылы 2-се урынды яулап, төрө кимәлдәге дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр һәм тҡп приз - 3,5 миллион һум күләмендә аҡсалата бүләк алыуға иреште! Конкурс сиктәрендә солтанбәктәр төшөргән фильм республикала иң яҡшыһы булараҡ танылыу яуланы.

Айыҡлыҡ көнө уңайынан үткәрелгән байрамда ла Ҡарткиҫәк һәм Солтанбәк ауылы вәкилдәре сәхнә түрендә булды. Улар сәләмәт, айыҡ тормошто пропагандалау буйынса башҡарған эш тәжрибәләре менән уртаҡлашып, сараға йыйылыусыларға музыкаль күстәнәс тә алып килгәйне.

Солтанбәк һәм Ҡарткиҫәк ауылы халҡы “Айыҡ ауыл” республика конкурында лайыҡлы еңеү яуланы. Улар сәләмәт һәм айыҡ тормош яҡлы. Был уларҙың ҡылыҡ­тарында ла, йәшәү рәүешендә лә са­ғыла. Төҙөк йорттар, төрлө йәштә­ге­ләрҙең ауылда ойошторолған сараларҙа теләп ҡатнашыуы, янып йәшәүе, сабыйҙар тыуыуы, йәш ғаиләләрҙең ауылда төпләнеүе – быларҙың барыһы ла шуны асыҡ дәлилләй.

Айыҡ ауыл - 2022” республика конкурсында ла Асҡын районы ауылдары ҙур дәрт һәм ойошҡанлыҡ менән ҡатнашырға әҙерләнә. Иң мөһиме, асҡындар айыҡ, сәләмәт тормош алып барырға ынтыла, йәшәгән ерен төҙөкләндерә, тарихын, туған телен, мәҙәниәтен өйрәнә, йәш быуынды үҙ өлгөһөндә тәрбиәләй! Шуға ла быйылғы конкурста ла асҡындарҙың лайыҡлы урын алыуына ышаныс ҙур.

Әйткәндәй, Бөтә Рәсәй Айыҡлыҡ көнө уңайынан районыбыҙ мәҙәниәт һәм мәғариф учреждениеларында ла төрлө саралар, тематик дәрестәр, осрашыуҙар үтте. Спиртлы эсемлектәрҙең һаулыҡҡа зыяны хаҡында тағы бер иҫкәртеп, халыҡты, бигерәк тә йәш быуында сәләмәтлектәренә яуаплыраҡ ҡарарға, уяу булырға өндәне сығыш яһаусылар.

Наилә Имаева.

Асҡындар - айыҡ, сәләмәт тормош яҡлы!
Асҡындар - айыҡ, сәләмәт тормош яҡлы!
Асҡындар - айыҡ, сәләмәт тормош яҡлы!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас